Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира АЙЫТҠОЛОВА:
– Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров 3 декабрҙә республика халҡы менән тура эфирҙа аралашты. Етди һөйләшеү ике телдә – башҡортса һәм русса барҙы. Шуныһы ҡыуаныслы: башҡорт халҡын ҡыҙыҡһындырған бик күп һорауҙарға яуап ишеттек. Төҙөкләндереү эштәре; мәғариф, мәҙәниәт өлкәһе буйынса борсоған мәсьәләләр тураһында республика етәксеһе һорауҙарға яуап ҡайтарыу менән бер рәттән, төбәк киләсәген күҙаллап, һәр йүнәлеш буйынса төплө фекерҙәре менән дә бүлеште. Был республика Башлығының һәр проблемаға ҡарата ни тиклем иғтибарлы булыуын күрһәтә.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Алтынсы съезына әҙерлек, уның көн тәртибе тураһында һүҙ алып, Радий Фәрит улы сараның мөһимлеген, илебеҙгә ҡарата төрлө яҡлап баҫым яһалған ошондай ҡатмарлы осорҙа башҡорт халҡы ҡорон үткәреүҙең, милләтте борсоған уртаҡ мәсьәләләр тураһында һөйләшеүҙең әһәмиәтен билдәләне.
Халҡыбыҙ вәкилдәре ҡайҙа ғына йәшәмәһен: Рәсәйҙәме, унан ситтәме – улар һәр саҡ берҙәм. Радий Фәрит улы был турала ла әйтеп үтте. Съезға ул ҙур өмөттәр бағлай һәм беҙ иңебеҙҙә ҙур яуаплылыҡ тоябыҙ. Оло ҡорҙа халҡыбыҙ киләсәген күҙаллаясаҡбыҙ, ниндәй маҡсаттар менән алға атларға әҙербеҙ, тигән һорауға яуап бирәсәкбеҙ. Алтынсы съезд һөҙөмтәле, матур үтһен!
Радий Фәрит улы тура бәйләнештә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә лә күп иғтибар бүлде. Бөгөн улар тиңһеҙ ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ өлгөһөн күрһәтә. Икенсе яҡтан, яугир егеттәр ҙә сарала ҡатнашып, бик күп йылы һүҙҙәр әйтеп үтте. Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә кемдәр ярҙам итә – һәр береһенә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны, Республика Башлығына ҡарата ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр.
Ошондай ҙур һөйләшеүҙәр, әлбиттә, йылды йомғаҡлай һәм киләсәккә ышаныс тыуҙыра. Дүрт сәғәттән ашыу барған тура бәйләнеште кем тыңлаған, был һүҙҙәр менән килешер, тип ышанам, сөнки республикабыҙға тәжрибәле, төплө фекерле, киң ҡарашлы шәхес етәкселек итә.
Тура бәйләнеш ваҡытында төрлө һәм ҡыҙыҡлы һорауҙар булды. Республика Башлығы барыһына ла асыҡтан-асыҡ яуап бирҙе. Бер нәмәне йәшермәй, уртаға һалып аралашыу халыҡтың етәксегә, етексенең халыҡҡа ышансын күрһәтә. Ғөмүмән, дәүләтебеҙ өсөн ҡатмарлы осорҙа бөтәбеҙгә лә берләшергә, халыҡ мәнфәғәтендә алға ҡуйылған маҡсаттар, ҙур-ҙур проекттар өҫтөндә артабан эшләргә кәрәк.
Фото рәсми сығанаҡтан.