Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы, йылдағыса, 14 декабрҙә Башҡорт теле көнөнә арналған сара үткәрә. Быйыл ул 12 сәғәттә “Мега” сауҙа һәм күңел асыу үҙәгендә (Өфө ҡалаһы, Рубеж урамы, 174) башланасаҡ. Байрамда ҡатнашыусыларҙы төрлө оҫталыҡ дәрестәре, викториналар, ә иң мөһиме - туған телебеҙҙә ихлас аралашыу һәм танышыу мөмкинлеге көтә.
Бында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы булышлығында тормошҡа ашырылған проекттар - “Һомай” беренсе башҡорт аҡыллы колонкаһы, өҫтәл уйындары, бәләкәстәр өсөн башҡортса уйынсыҡтар һәм башҡалар менән танышып буласаҡ. Бәләкәй йәштәге балалар өсөн "Мөхит" күсмә тирмәһе эшләйәсәк. Үҫмерҙәр һәм йәштәргә өҫтәл уйындарын - “Әлләсе”, “Бесәй, сәй, айыу, бал, май”, “Игра в башкира” - уйнап ҡарау мөмкинлеге тәҡдим ителәсәк.
Шулай уҡ башҡорт телендә аралашыу алып барылған ойошмалар өсөн башҡорт һүҙҙәре менән таҡталар таратыласаҡ.
Был көндә башҡорт теленә арналған “Тел ағасы”, “Сәләм, дуҫ!” акциялары үткәреү ҙә планға алынған. Бынан тыш, 1 декабрҙән Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһының социаль селтәрҙәрендә байрамға арналған конкурс иғлан итте.
Сара Baby Ti (Арыҫлан Тимеров), Тимур Ямалов, Зилиә Бәхтиева, Юнир Һағынбаев кеүек сәхнә йондоҙҙарының сығыштарынан торған байрам концерты менән тамамланасаҡ.
Башҡорт теле байрамына рәхим итегеҙ! Сара 14 декабрҙә 12.00 сәғәттә башлана.