Башҡорт донъяһы
11 Декабрь 2024, 18:05

Бындай уҡыу бик кәрәк ине

Бөгөнгө семинар шул тиклем файҙалы булды, үҙебеҙгә әллә күпме кәрәкле мәғлүмәт тупланыҡ, һорауҙарыбыҙға яуаптар таптыҡ, - тине “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” БР законын тормошҡа ашырыу буйынса Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы комиссияның киңәйтелгән ултырышында һәм муниципалитеттарҙа эшләп килгән комиссияларҙың секретарҙары өсөн семинар-уҡыуҙа ҡатнашыусылар. 

Бындай уҡыу бик кәрәк инеБындай уҡыу бик кәрәк ине
Бындай уҡыу бик кәрәк ине

Бөгөн, 11 декабрҙә,  Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” БР законын тормошҡа ашырыу буйынса Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы комиссияның киңәйтелгән ултырышы һәм муниципалитеттарҙа эшләп килгән ошондай комиссияларҙың секретарҙары өсөн семинар-уҡыу үтте.

Киңәйтелгән ултырышты Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев алып барҙы. Ул“Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” БР законын тормошҡа ашырыу йәһәтенән һуңғы йылдарҙа алып барылған эштәр, аныҡ программалар һәм проекттар тураһында һөйләп үтте. Әйтергә кәрәк, был эш эҙмә-эҙлекле алып барыла һәм республикала йәшәгән һәр милләттең туған телен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн яңынан-яңы мөмкинлектәргә юлдар аса. Мәҫәлән, һуңғы ике-өс йыл эсендә генә Башҡортостанда бер нисә телдә белем биргән полилингваль мәктәптәр асылыуы ла ошоға асыҡ дәлил.

БР Дәүләт Йыйылылыш – Ҡоролтайҙың фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Айбулат Хажин Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларында уҙған күсмә саралар, ошо төбәктәрҙә, Федоровка, Көйөргәҙе һ.б. райондарҙа  “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” БР законының нисек тормошҡа ашырылыуы тураһында һөйләне. Был эштәр барышында алтаҡталарҙың дөрөҫ яҙылышы, автовокзалдарҙа, транспортта белдереүҙәрҙе дәүләт телдәрендә иғлан итеү һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелгән.

– Ҡайһы бер урындарҙа хаталар осрай, мәҫәлән, күп урындарҙа автовокзалда белдереүҙәрҙе башҡортса әйтмәйҙәр, – тип билдәләне Айбулат Вәкил улы.

Ошоға бәйле БР транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Руслан Ғариповтың сығышы тыңланды. Ул баш ҡаланың аэропортында, автовокзалында һәм төрлө маршруттар буйынса йөрөгән йәмәғәт транспортында белдереүҙәрҙең рус һәм башҡорт телдәрендә иғлан ителеүен билдәләне, әммә әлегә был йәһәттән Өфө тимер юл вокзалында был мәсьәләнең асыҡ ҡалыуын, Куйбышев тимер юл идаралығы менән уртаҡ фекергә килә алмауҙарын әйтте. Әлегә Өфөнө Мәскәү менән тоташтырған поездарҙың килеү-китеүенә ҡағылышлы белдереүҙәр генә рус һәм башҡорт телдәрендә иғлан ителә. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар был проблемаға асыҡлыҡ индереү һәм уны хәл итеү юлдарын бергәләп эҙләү хаҡында килеште.

Республика Башлығының социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Дмитрий Черенков “Хатаһыҙ ҡала. Башҡортостан” чат-боты барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләне. Уның ярҙамында республикала йәшәүсе һәр кем алтаҡталарҙа, юл күрһәткестәрендә, урамдарҙың һәм туҡталыштарҙың атамаларында ебәрелгән хаталар тураһында хәбәр ебәрә ала. Мөрәжәғәттәр шунда уҡ “Инцидент-менеджмент” системаһы аша эшкәртелә, үҙгәрештәр оператив индерелә. Был чатты теләге булған һәр кем Телеграмда “Город без ошибок. Башкортостан” тип яҙып эҙләп таба һәм үҙе күргән, фотоға төшөргән хаталар тураһында хәбәр итә ала.

Өфө фән һәм технологиялар университетының Дәүләт идараһының бәләкәй академияһы директоры Айнур Хәйбуллин “ПрофПеревод” тигән яңы мәғлүмәти система менән таныштырҙы. Уның ярҙамында муниципалитеттар, учреждение һәм ойошмалар, шулай уҡ ябай кешеләр төрлө алтаҡтаҡталарҙы, атамаларҙы һәм башҡа рәсми текстарҙы дөрөҫ итеп тәржемә иттереп алыу мөмкинлегенә эйә.

“Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” БР законын тормошҡа ашырыу буйынса муниципалитеттарҙа эшләп килгән комиссияларҙың секретарҙары был сараның бик әһәмиәтле, файҙалы булыуын билдәләне. Мәҫәлән, Илеш районында ошо эште алып барған мәғариф идаралығының мәғлүмәт-методик бүлеге етәксеһе Зинфира Саный ҡыҙы Минһажева бына нимә тине:

– Район комиссияһы секретары булараҡ арыу уҡ йылдар эшләйем. Эшебеҙҙә, айырыуса теге йәки был алтаҡтаны тәржемә иткәндә ҡыйынлыҡтар ҙа осрап ҡуя. Бөгөнгө семинар шул тиклем файҙалы булды, үҙебеҙгә әллә күпме кәрәкле мәғлүмәт тупланыҡ, һорауҙарыбыҙға яуаптар таптыҡ. Бындай уҡыу беҙгә бик кәрәк ине, киләсәктә улар йышыраҡ үткәрелер, тигән өмөттә ҡалам.

Евгений Соколов фотоһы.  

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас