Бөгөн Өфөлә “Рәсәй” медиаүҙәктә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезына арналған матбуғат конференцияһы үтте. Был сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова һәм съезға төрлө тарафтарҙан килгән абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Эльвира Ринат ҡыҙы бөгөн республикабыҙҙың, илебеҙҙең, донъяның төрлө төбәктәренән делегаттарҙы ҡаршылауҙарын белдерҙе. Барлығы иртәгә уҙғарыласаҡ пленар һәм секция ултырыштарында 500-ләп делегат ҡатнашасаҡ. Иң күп делегегаттар Силәбе өлкәһенән.
Матбуғат конференцияһында ҡатнашыусы Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһенең башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлназ Ибраһимова дүрт йыл был тарафта ҡоролтай рәйесе вазифаһын башҡара. Шулай уҡ ул “Ирәндек” башҡорт фольклор ансамбленең художество етәксеһе лә.
-Өлкәнең, ҡаланың сәхнәләрендә йыш сығыш яһайбыҙ. Күптән түгел Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан Санкт Петербургтың ҙур залында йыр башҡарҙыҡ. Санкт- Петербург исеменән башҡа ҡалаларға ла барып сығыш яһайбыҙ. Йәштәр, балалар ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе белеп үҫергә тейеш. Быны беҙ тәүге сиратта мәҙәниәт аша алып барабыҙ, – тип һөйләне Гөлназ Хәләф ҡыҙы.
Ханты-Манси автономиялы округы - Югра башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы, ошо округ башҡорттарының ҡоролтай (конгресс) идаралығы аппаратының башҡарма директоры Гөлсирә Әбдрәшитова был йәһәттән үҙҙәрендә балалар менән ҙур эш алып барылыуын иғтибарға алды.
- Бөгөн беҙ алыҫ араларҙы яҡынайтып Себер яҡтарынан Башҡортостанға ҡайтып төштөк. Ханты-Манси автономиялы округынан 15 делегат ҡатнашабыҙ. Ошондай ҙур сарала уҙғарылыуы беҙҙең өсөн ҙур ваҡиға. Матур итеп ҡаршы алдылар. Мин күп йылдар балалар менән эшләйем, йәш быуынды башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, тарихына өйрәтәм. Ошо балалар әсәй, атай, олатай, өләсәй тип әйтеп үҫһендәр тип уларға дәрестәр бирәбеҙ, төрлө саралар уҙғарабыҙ. Уларҙың ата-әсәләрен дә йәлеп итәбеҙ, - тине Гөлсирә Камил ҡыҙы.
Ҡунаҡтарға һорауҙарҙың төрлөһө яңғыраны. Башҡортостандан йыраҡта йәшәһәләр ҙә,башҡорт телен, мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлау өсөн тырышыуҙары һоҡланыу уятты. Был йәһәттән Башҡортостан да уларҙы иғтибарын өҙмәй.
Биш йылға бер тапҡыр үткәрелгән ҙур йыйын эшлекле булмаҡсы. Төрлө тарафтарҙан йыйылған милләттәштәребеҙ унан дәрт-көс алып ҡайтырына ышанысыбыҙ ҙур.
Автор фотолары.