Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының ағзаһы, шулай уҡ тарих комиссияһы рәйесе Азат Ярмуллин халҡыбыҙҙың ҙур ҡорона ҡарата үҙенең фекере менән уртаҡлашты:
- Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы - ул беҙҙең биш йыллыҡ эшмәкәрлеккә һығымта яһаған һәм киләсәккә пландар ҡорған оло йыйын. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та пленар ултырышта ошо турала әйтте. Шулай уҡ боронғо осорҙан ҙур кимәлгә күтәрелгән милләт булыуын да иғтибарға алды. Рәсәйҙең үҫешенә йоғонто яһаған, республика булдырыусы көслө милләт ул. Һуңғы биш йылға күҙ һалғанда, милли мәҙәниәт өлкәһе булһынмы, тарих йәки тел мәсьәләһеме, башҡарылған эштәр ҙур. Ауыр осорҙа йәшәйбеҙ, ләкин шуға ҡарамаҫтан республика алға бара. Бөгөн иң ҙур мәсьәләләребеҙҙең береһе – милли үҙаңды, телде һаҡлау. Быға Башҡортостан Башлығы ҙур иғтибар бирә. Күптән түгел генә башҡорт ҡурайсыларының беренсе ансамбле ойошторолдо, Ҡурай байрамы иғлан ителде. Халҡыбыҙ үҙенең бейеүе менән дә данлы. Донъяға танылған бейеү ансамблебеҙ ҙә бар. Башҡорт бейеүенең көнө иғлан ителеүе лә милләтебеҙ үҫешенә, милләтебеҙ һаҡланыуына тағы ла бер ҙур аҙымдарҙың береһе тип уйлайым, – тине Азат Ярмуллин.
Автор фотоһы.