

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында үткән VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (съезы) барышында бер нисә майҙансыҡта сығыштар һәм фекер алышыуҙар ойошторолдо. “Башҡорт теле социаль-мәҙәни мөхиттә: тәрбиә, белем биреү, көндәлек тормош” тип аталған майҙансыҡтағы һөйләшеү барышында көнүҙәк сығыштар, ҡыҙыҡлы фекерҙәр һәм тәҡдимдәр яңғыраны. Секцияның эшен Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ойошма директоры Гөлназ Йосопова алып барҙы.
Башҡарма комитет рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов мәғлүмәтләштереү дәүерендә башҡорт теле алдында торған талаптар, туған телде заман шарттарына яраҡлашып өйрәнеү, башҡорт телен һанлы платформаларҙа киңерәк танытыу мәсьәләләре тураһында һөйләне.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Зәкир ҡыҙы Ғәлиева: “Башҡортостан Башлығы үҙенең бөгөнгө сығышында мәғариф өлкәһенә яңы бурыстар ҡуйҙы. Ул башлыса мәктәпкәсә белем биреүгә иғтибарҙы арттырыуға ҡағыла. “Һәр полилингваль йәки милли мәктәп янында мәктәпкә белем биреүҙе ойошторорға кәрәк”, - тип билдәләне Радий Хәбиров. Киләһе биш йыллыҡта тап ошо бурыстарҙы үтәүгә, йәғни туған телгә һөйөү тәрбиәләү, башҡорт телен өйрәтеү эшен балалар баҡсаларында киңерәк алып барырға иғтибар йүнәлтәсәкбеҙ”, – тине.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияһы кураторы, Өфө ҡалаһы ҡала округы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Сынтимер Биктимер улы Баязитов башҡорт теленең бөгөнгө хәле, Рәсәй халыҡтары телдәре араһында ниндәй урын биләүе, хәҙерге глобалләшеү шарттарында милли телдәргә янаған хәүефтәр һәм уларға ҡаршы тороу, бирешмәү алымдары тураһында сығыш яһаны.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре докторы Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова “Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең нормаларын камиллаштырыу юлдары” тигән сығыш тәҡдим итте. Ғалимә был йәһәттән ҙур эштәр башҡарыу бурысы тороуы, башҡорт теле орфографияһының яңы ҡағиҙәләре кәрәклеге, уларҙы хәҙерге тел нормаларына яраҡлаштырыу зарурлығы тураһында әйтте.
Йомғаҡлау телмәре менән Башҡортостан Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев сығыш яһаны. Ул үҙ сығышында барыбыҙҙы ла борсоған һәм бөтәбеҙгә лә ҡағылған мәсьәләләрҙе күтәрҙе.
– Нисәмә йылдар ҡоролтайҙар үтеп килә һәм беҙ уларҙа “башҡорт телен яҡларға, һаҡларға кәрәк” тип сығыштар яһайбыҙ. Ә кемдән яҡларға, һаҡларға кәрәк? Беҙгә берәйһе һөжүм итәме? Үҙебеҙҙән башҡа бер кем дә башҡорт теленә һөжүм итмәй. Үҙ теләгебеҙ, ризалығыбыҙ менән ошондай түңәрәк өҫтәлдәрҙә рус телендә сығыштар яһайбыҙ. Өйгә ҡайтҡас, балаларыбыҙ менән рус телендә аралашабыҙ. Автобусҡа йәки берәй йәмәғәт урынына инеү менән телебеҙҙе һындыра-һындыра русса һөйләшергә тырышабыҙ. Шулай түгелме? Тимәк, сәбәптең иң ҙуры – үҙебеҙҙә.
2010 йылда Бөтә Рәсәй иҫәп алыуы үтте. Ул саҡта Башҡортостанда 1 172 287 башҡорт булған, 2021 йылда үткән иҫәп алыуҙа 1 268 806 кеше. Тыуым артты тип уйлаһаҡ, яңылышырбыҙ. Беҙҙең аңыбыҙ артты. 2010 йылда Башҡортостанда башҡорт милләтле кешеләрҙең 790 383-ө генә туған теле булараҡ башҡорт телен билдәләгән, ә 2021 йылда ундайҙар – 802 065 кеше. Күпкә түгел, әммә үҫәбеҙ, артабыҙ, - тине сығышында Урал Таһир улы.
Сара барышында делегаттар үҙ тәҡдимдәрен еткерҙе, сығыш яһаусыларға һорауҙар бирҙе. Майҙансыҡтың эше республикабыҙҙа һәм сит төбәктәрҙә башҡорт халҡы мәнфәғәтендә ихлас эшләгән, халҡына тоғро хеҙмәт иткән милләттәштәребеҙгә наградалар тапшырыу менән тамамланды.
Р. Шумнов фотолары.