Башҡорт донъяһы
13 Декабрь 2024, 15:00

Милләттеңде генә түгел, ырыуыңды белеү мөһим

Ошондай фекерҙә Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы.  

Милләттеңде генә түгел, ырыуыңды белеү мөһимМилләттеңде генә түгел, ырыуыңды белеү мөһим
Милләттеңде генә түгел, ырыуыңды белеү мөһим

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы съезында “Башҡорт халҡының уртаҡ хәтерендә тарихи образдар һәм билдәләр” тигән темаға секция ултырышы ла мөһим йүнәлештәрҙең береһе булды.

 Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиумы ағзаһы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты  Хөрмәтулла Үтәшевтең  “Башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен, тарихын, мәҙәниәтен популярлаштырыуға башҡорт ырыуҙары хәрәкәтенең өлөшө” тигән темаға сығышы айырыуса йөкмәткеле булды. Унан бөгөнгө съездан алған тәьҫораттары тураһында һораштыҡ һәм Ырыуҙар хәрәкәтенең маҡсаты  менән ҡыҙыҡһындыҡ.

- Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының  һәр съезында ла  делегат булараҡ ҡатнашам. Шуға күрә үҙенсәлектәре тураһында ла әйтергә мөмкин. Бөгөнгө съездың үтеү ваҡыты ла аңлашылып тора. Ул ябай шарттарҙа  түгел, махсус хәрби операция мәлендә ойошторолдо. Илде һаҡлау, илгә ярҙам итеүҙән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ла ситтә ҡалмай. Маскировка селтәре үреү булһынмы, яугирҙәргә кәрәкле әйберҙәрҙе ебәреүме – башҡарма комитет ағзалары ла был йәһәттән ең һыҙғанып эшләйҙәр, һалдаттар менән бәйләнештәбеҙ. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, наградаларға лайыҡ булған, делегат булараҡ килгән яугирҙәрҙең, һалдаттарға ярҙам итеүселәрҙең исемдәрен атауы ла съездың ябай булмаған шарттарҙа үтеүен сағылдырҙы.

Радий Хәбировтың бөгөнгө сығышында иң күңелгә ятҡан яңылыҡтарҙың береһе – милләтебеҙ үҫешенә ҙур иғтибар бүлеүе, атап әйткәндә Бейеү көнөн иғлан итеүе булды. Башҡорт бейеүенә ҡарата айырым указ сығарыуын хәбәр итте һәм быны зал көслө алҡыштар менән ҡаршы алды.

Ҡоролтайҙың ҡанаты аҫтында Ырыуҙар хәрәкәтенең һөҙөмтәле эшен дә билдәләр инем.  Үҙем Түңгәүер ырыуының ҡор башымын. 2007 йылдан алып беҙ йыл да Башҡортостандың түңгәүерҙәр күпләп йәшәгән төбәктәрендә йыйындар, съездар үткәрәбеҙ. Мәҫәлән, 2007 йылда Өфөлә уҙҙы, 2021 йылда Йылайырҙа, 2022 йылда Әбйәлилдә, 2023 йылда Баймаҡта, быйыл Хәйбуллала ойошторолдо. Был йыйындарҙың, ырыу хәрәкәттәренең мәғәнәһе шунда, йәштәр үҙҙәренең башҡорт булыуҙарын ғына түгел, ниндәй ырыуға ҡарағанын белергә тейештәр. Шуға төп иғтибар йәштәргә йүнәлтелгән. Бындай саралар ғәҙәттә ике көнгә һуҙыла. Тәүге көндө ғилми сығыштар булһа, икенсе көндө һабантуй һымаҡ ойошторола. Һәр район үҙенең тирмәләре менән килә, шәжәрәләрен ҡуялар. Шәхестәребеҙҙең исемен мәңгеләштереп китап сығарабыҙ, һәйкәлдәр ҡуябыҙ. Мәҫәлән, Хәйбуллала  быйыл билдәле ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевҡа арнап китап сығарҙыҡ һәм уға өс метрлыҡ һәйкәл астыҡ. Ҡурайсыға беренсе һәйкәл барлыҡҡа килде, – тип һөйләне Хөрмәтулла Үтәшев.

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас