Башҡорт донъяһы
13 Декабрь 2024, 16:00

Тарихи ҡомартҡылар – киләсәк быуын өсөн

Йәш быуын илһөйәр булып үҫһен өсөн тарихты белеү мөһим.  

Тарихи ҡомартҡылар – киләсәк быуын өсөнТарихи ҡомартҡылар – киләсәк быуын өсөн
Тарихи ҡомартҡылар – киләсәк быуын өсөн

Халҡыбыҙҙың үткәне бик бай. Уларҙы киләсәк быуынға бөтә тулылығы менән тапшырыу мөһим.  Был йәһәттән республикабыҙҙа ҙур эш алып барылыуын билдәләне бөгөн Өфөлә үткән Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезында Башҡортостандың Мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау фәнни-производство  үҙәгенең директоры, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Данир Ғәйнуллин:

– Бөгөн ҡоролтайҙың пленар өлөшөндә Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улының сығышын бик ҡыҙыҡһынып тыңланым. Йөкмәткеле, төплө сығыш булды. Үткән биш йыллыҡ буйынса ла байҡау яһалды, киләсәккә маҡсаттар ҙа ҡуйылды. Ысынлап та, үткәнгә ҡараһаҡ, тарихыбыҙҙы мәңгеләштереү буйынса ҙур эштәр башҡарылыуын күрәбеҙ. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһында бөйөк шағир Шәйехзада Бабичҡа,112-се башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыу, музейҙар төҙөү – былар барыһы ла миңә тарихсы, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлаусы булараҡ шул тиклем яҡын. Сөнки тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлау, музейҙар булдырыу, халыҡтың тарихын  онотмау – былар барыһы ла киләсәк быуын өсөн эшләнә. Былар  киләһе быуынды патриотик рухта тәрбиәләү өсөн кәрәк. Үткәнен белгән балаларыбыҙ ғына киләсәккә аныҡ маҡсаттар ҡуйып йәшәй аласаҡ. Был бик мөһим мәсьәлә һәм Радий Хәбиров быға ҙур иғтибар бирә.   

Бөгөнгө съезда тарихҡа ҡағылышлы секция үҙенең йәнлелеге менән айырылып торҙо. Бик ҡыҙыҡлы сығыштар булды, мөһим мәсьәләләр ҡуйылды. Үҙ халҡына тоғролар, халҡының яҙмышына бик иғтибарлы булғандар йыйылғанға ла шулай йәнле барғандыр тип уйлайым. Башҡорт халҡын үҫтереү стратегияларына килгәндә, йылдан-йыл ул үҙгәрергә тейеш. Сөнки замана беҙгә төрлө һынауҙар ҡуя. Әлеге ваҡытта башҡорт халҡының тарихын, тормошон, йәшәйешен һанлаштырырға тейешбеҙ. Төп мәсьәләләрҙең береһе был.  Беҙ шул йүнәлештә лә эшләһәк, киләсәктә  йәш быуын үҙ телен яратасаҡ, туған телендә һөйләшәсәк. Шул уҡ ваҡытта тарихыбыҙға иғтибар ҙа төп урында ҡалырға тейеш, – тине Данир Ғәйнуллин.

Автор фотоһы.  

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас