Румил Талғат улы Аҙнабаев – күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтен республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә арнаған йәмәғәт эшмәкәре, 2004 йылдан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары булып эшләй, 2012 – 2015 йылдарҙа ойошма етәксеһе. Ул бөгөн Өфөлә үткән VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тураһында фекерҙәре, тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бөгөнгө ҡорлтайҙағы сығышында яңы-яңы фекерҙәр яңғыраны. Шуларҙы тағы бер тапҡыр барлап, йәштәргә әйтер һүҙем бар. Башҡорт ҡоролтайы тиһәң, күптәр уны тик башҡорт телендә генә үтергә, башҡорт халҡын ғына күтәрергә тейеш, тигән фекер әйтеп ҡуя. Әммә шуны онотмайыҡ: беҙ бөгөн күп милләтле Рәсәй составында, башҡа бихисап халыҡтар менән хеҙмәттәшлектә йәшәйбеҙ. Ошо шарттарға яраҡлашып, бер нисә тел белеп, шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе онотмайынса, уларҙы башҡа халыҡтарҙыҡы ише юғарылыҡҡа күтәреп йәшәргә тейешбеҙ. Тиңдәр араһында тиң булыу өсөн йәштәребеҙгә ныҡ тырышырға кәрәк. Аң, мәҙәни кимәле юғары булған кеше бер ваҡытта ла үҙенең мәҙәниәтен онотмай. Хатта төрлө сәбәптәр арҡаһында телде белмәй үҫһә лә, ниндәйҙер юғарылыҡҡа, кимәлгә еткән кешеләр уйлана башлай.
Башҡорт ҡоролтайы 1995 йылда ҡабул ителгән ҡарарҙарҙан, үҙенә билдәләгән йүнәлештән түбән төшкәне юҡ. Ул һәр ваҡыт матур эшләне, әле лә бик ҙур эш башҡарыла. Йәштәрҙең беҙҙең ваҡыттағы бурыс-маҡсаттарҙы ҡабул итеп, тормошҡа ашырыуҙары, эште яңыса алып китеүҙәре ҡыуандыра.
Телде һаҡлау йәһәтенән алып барылған эштәр һөйөндөрә. Полилингваль мәктәптәрҙең асылыуы ла ошо маҡсатҡа хеҙмәт итә. Милли гимназиялар телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлауға ҙур өлөш индерә. Ҡурай, Бейеү көндәрен булдырылыуы, Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең төҙөлөүе лә – телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән башҡарылған матур өлгөләр ул. Башҡарылған эштәрҙе күрә белергә һәм һәр беребеҙгә ошо юҫыҡта хеҙмәт итергә кәрәк, - тине Румил Талғат улы.
Фото: “Башҡортостан” гәзите.