Башҡорт донъяһы
14 Декабрь 2024, 12:45

Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалдылар

Төрлө төбәктәрҙән һәм илдәрҙән йыйылған баш ҡала ҡунаҡтары байрамды ойоштороусыларға туған мәҙәниәткә сумыу һәм башҡорт телендә аралашыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.

Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалдыларАҡмулла һәйкәленә сәскә һалдылар
Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалдылар

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Аҡ залында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендиаттарға дипломдар тапшырҙы. Республика колледждары һәм юғары уҡыу йорттарының 14 студенты Башҡортостан халыҡтарының туған телдәрен өйрәнеү менән бәйле уҡыуҙа һәм ғилми эшмәкәрлектә өлгәшкән юғары һөҙөмтәләр өсөн исемле стипендия алды.

Тантанала ҡатнашыусыларҙы юғары уҡыу йорто ректоры Салауат Сәғитов исеменән Аҡмулла университетының йәштәр сәйәсәте һәм халыҡ-ара бәйләнештәр буйынса проректоры Радик Юлбаев сәләмләне. Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда һәләтле йәштәргә ҙур ярҙам күрһәтелә, үҫеш өсөн бөтә шарттар булдырыла, тип билдәләне ул һәм стипендиаттарға уңыштар теләне.

Быйылғы уҡыу йылында исемле стипендияға Аҡмулла университеты студенттары Светлана Килмөхәмәтова, Эльмира Мөхәмәтдинова һәм Алина Сабитова, шулай уҡ М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжы студенты Эльвира Мусина лайыҡ булды.

Университет алдындағы майҙанда Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы үтте. Тантанала ошо көндәрҙә Өфөлә барған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезы делегаттары ла ҡатнашты. Улар бөйөк шағирҙы һәм мәғрифәтсене хөрмәтләп иҫкә алды. Төрлө төбәктәрҙән һәм илдәрҙән йыйылған баш ҡала ҡунаҡтары байрамды ойоштороусыларға туған мәҙәниәткә сумыу һәм башҡорт телендә аралашыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.

Сығанаҡ: М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының матбуғат хеҙмәте.

 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас