Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, йылдағыса, Өфөлә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙе “Мега” сауҙа-күңел асыу комплексына Башҡорт теле көнөнә арналған байрамға йыйҙы. Сара хаҡында ойошма үҙенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә хәбәр итте һәм фотоһүрәттәр менән уртаҡлашты.
Сарала ҡатнашыусылар "Мөхит" күсмә тирмәһе янында оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашҡан һәм милли биҙәүестәр, шыршы уйынсыҡтары эшләргә өйрәнгән. Отҡорҙар һәм зирәктәр өр-яңы өҫтәл уйындары: "Айыу, бал, май", "Әлләсе" янына йыйылған. Байрамды Baby Ti (Арыҫлан Тимеров), Тимур Ямалов, Зилиә Бәхтиева һәм Юнир Һағынбаевтарҙың сығышы биҙәгән.
Тел һағында торған тоғро милләттәштәргә Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр ҙә тапшырған фонд. “Башҡортса күңел булғансы аралаштыҡ, уйнаныҡ һәм йырланыҡ. Бар тамашасыларыбыҙға ҙур рәхмәт!” – ти ойошма ағзалары.
Фотолар: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының социаль селтәрҙәге төркөмөнән.