Башҡорт донъяһы
14 Декабрь 2024, 09:30

Башҡорттар - бәхетле халыҡ

Илдар Әлмөхәмәтов, Әстрхан ҡалаһының Ноғай төбәк йәштәр йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе: “Республика Башлығы үҙ халҡына таяна, ә халыҡ уға терәк. Беҙ һеҙҙең өсөн бик шатбыҙ”.

Башҡорттар - бәхетле халыҡБашҡорттар - бәхетле халыҡ
Башҡорттар - бәхетле халыҡ

VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашҡан Илдар Әлмөхәмәтов  - Әстрхан ҡалаһының Ноғай төбәк йәштәр йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе. 

- Беҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына махсус рәүештә башҡорттарҙың тәжрибәһе менән уртаҡлашыу өсөн килдек. Бында бик күп материал тупланыҡ, уларҙы өйрәнеп, үҙебеҙҙә лә ҡулланасаҡбыҙ.

 

Беҙҙе нимә һоҡландыра - башҡорт балалары туған телендә һөйләшә, был бик шәп. Улар өсөн шарттар булдырыла. Икенсенән, беҙ милли кейемдәргә иғтибар иттек. Бер кем дә оялмай, киреһенсә, барыһы ла оло ғорурлыҡ менән милли кейемдә йөрөй. Республикала был йүнәлеш тергеҙелә.

 

Күптәр үҙ халҡының ғына түгел, күршеләренең дә тарихын яҡшы белә, был да ҙур эш. Башҡорттар - бәхетле халыҡ. Уларҙың үҙ республикаһы, үҙ биләмәһе бар. Башҡортостанда йәшәүсе һәр кем үҙ республикаһы, үҙ ере, үҙ халҡы, Тыуған иле мәнфәғәтендә эшләй.  Беҙ һеҙҙә ысын берҙәмлек күрәбеҙ. Республика Башлығы үҙ халҡына таяна, ә халыҡ уға терәк. Беҙ һеҙҙең өсөн бик шатбыҙ. Һеҙҙә бик дөрөҫ сәйәсәт алып барыла.

Башҡорттар - бәхетле халыҡ
Башҡорттар - бәхетле халыҡ
Башҡорттар - бәхетле халыҡ
Башҡорттар - бәхетле халыҡ
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас