Башҡорт донъяһы
14 Декабрь 2024, 15:10

"Планета"ла Башҡорт теле көнөн билдәләнеләр

Ә.-З.Вәлиди исемендәге Милли китапхана “Планета” сауҙа-күңел асыу үҙәгендә БР Халыҡтар дуҫлығы йорто менән берлектә китап йәрминкәһе һәм халыҡ кәсептәре буйынса оҫталыҡ һабаҡтары ойошторҙо.

"Планета"ла Башҡорт теле көнөн билдәләнеләр"Планета"ла Башҡорт теле көнөн билдәләнеләр
"Планета"ла Башҡорт теле көнөн билдәләнеләр

Ә.-З.Вәлиди исемендәге Милли китапхана ла Башҡорт теле көнөн билдәләү сараларынан ситтә ҡалманы.

“Планета” сауҙа-күңел асыу үҙәгендә БР Халыҡтар дуҫлығы йорто менән берлектә ойошма китап йәрминкәһе һәм халыҡ кәсептәре буйынса оҫталыҡ һабаҡтары ойошторҙо. “Халҡым теле – хаҡлыҡ теле” тигән күргәҙмә көнкүреш һөйләштә ҡулланылған башҡорт теле буйынса китаптар тәҡдим итте. Уларҙа диалекттарҙың төрлө һөйләштәре, шуай уҡ хәҙерге башҡорт әҙәби теленең грамматикаһы тасуир ителә.

Байрамда ҡатнашыусылар Балалар уҡыу үҙәге фондының бәләкәйҙәргә тәғәйенләнгән китаптары менән ҡыҙыҡһынып танышты, оҫталыҡ дәрестәрендә лә ихлас ҡатнашты.

Фотолар: Ә.-З.Вәлиди исемендәге Милли китапхана төркөмөнән.

"Планета"ла Башҡорт теле көнөн билдәләнеләр
"Планета"ла Башҡорт теле көнөн билдәләнеләр
"Планета"ла Башҡорт теле көнөн билдәләнеләр
"Планета"ла Башҡорт теле көнөн билдәләнеләр
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас