Флүзә Хайруллина -VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына Эстониянан килгән делегат.
“Кисә Ҡоролтай делегаттары Шайморатов генерал һәйкәле эргәһенә барҙыҡ, уға сәскәләр һалдыҡ. Күмәкләп Шайморатов генерал йырын йырланык. Ныҡ тулҡынландырғыс мәл булды. Һәйкәл иҫ китмәле матур, рух урыны.
Ә мине тыуған республикам менән милли батырыбыз Салауат Юлаевҡа бәйле рухи, тарихи ептәр бәйләй. Эстонияла милли батырыбыҙға скульптор Тамара Нечаева ҡуйған һәйкәл бар. Ә кисә мин данлы замандашыбыз, скульптор Салават Щербаков менән таныштым. Һәйкәл темаһы миңә бик яҡын. Сөнки Эстонияла Салауат Юлаев һәйкәлен без ҡарайбыҙ, сәскәләр ултыртабыҙ. Муллалар алып барып, Салауат һәм Юлай Аҙналиндың рух шәрифтәренә ҡөрьән сүрәләре бағышлатабыҙ.
Салауат Юлаев – ул беҙҙең символ. Бәләкәй саҡтан поезд йә автобус менән Өфөгә килгәндә тәҙрәнән күҙебеҙ менән ошо һәйкәлде эҙләй инек. Ул - беҙҙең милли батырыбыҙ, уға хөрмәт булырға тейеш. Шуға ла һәйкәлде яңыртыу кәрәк. Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ошо һорауға иғтибар бүлеүе бик мөһим. С. Юлаев һәйкәле янына күпме кеше килә, ул лайыҡлы кимәлдә булырға тейеш. Шуға ла мин һәйкәлде реконструкциялауҙарына бик шатмын. Был - беҙҙең ғорурлығыбыҙ ҙа, байлығыбыҙ ҙа. Һәйкәл яңырып ҡайтыр, беҙҙең артабан да ейәнсәрҙәребеҙҙе, балаларыбыҙҙы берләштереусе символ булып торор. Рухыбыҙҙы нығытҡан символды һаҡлауға дәүләт кимәлендә иғтибар бүленеүе шатландыра.
Быйыл йәй Салауат йыйынына ҡайттым, шатланып, рухланып йөрөп килдем. Шундай уҡ тылҡынландырғыс мәл булды. Минең улым Эстоянияла тыуып үҫте, башҡортса белә, ҡурайҙа уйнай. Башҡортостанда Ҡурай көнөн иғлан иттеләр - ул да матур куренеш.
Бөгөн республикала алып барылған эштәр, бик күп уңыштар барланды, улар ҡыуандыра”, тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты ул.
Фото: "Башинформ".