Башҡорт донъяһы
14 Декабря 2024, 15:00

Санкт-Петербургта өс меңдән ашыу башҡорт йәшәй.

VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының съезында Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһенең башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлназ Ибраһимова ҡатнаша.

Санкт-Петербургта өс меңдән ашыу башҡорт йәшәй.Санкт-Петербургта өс меңдән ашыу башҡорт йәшәй.
Санкт-Петербургта өс меңдән ашыу башҡорт йәшәй.

12 - 14 декабрҙә Өфөлә VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бара. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, сит илдәрҙән делегаттар ҡатнаша.  Санкт-Петербург башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлназ Ибраһимова ла бар.

"Бөтә башҡорттар йыйылған ҙур сараға шатланып килдек. Башҡортостан ҡарлы, ҡышҡы тәбиғәте менән ҡаршы алыуына ла бик шатбыҙ. Беҙҙең Санкт-Петербургта башҡорттар, шул иҫәптән йәштәр ҙә бик әүҙем эшләй.

Башҡорттар бөтөн ерҙә лә үҙен башҡорт итеп күрһәтеп, үҙенең телен, мәҙәниәтен онотмай, сит яҡтарҙа ла бирешмәй ошолай үҫешкәндәренә ҙур рәхмәт әйткем килә. Киләсәктә иҫәнлек-һаулыҡ, тыныс тормош теләйем", – ти Гөлназ Хәләф ҡыҙы. 

Илебеҙҙең төньяҡ баш ҡалаһында өс меңдән ашыу башҡорт йәшәй, Милләттәр йортонда йәкшәмбе мәктәбе лә эшләп килә. «Ирәндек» фольклор, «Наза» бейеү ансамблдәре әүҙем эш алып бара.

Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһенең башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлназ Ибраһимова дүрт йыл был тарафта  ҡоролтай рәйесе вазифаһын башҡара. Шулай уҡ ул “Ирәндек” башҡорт фольклор ансамбленең художество етәксеһе лә.

- Өлкәнең, ҡаланың сәхнәләрендә йыш сығыш яһайбыҙ. Күптән түгел Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан Санкт-Петербургтың ҙур залында йыр башҡарҙыҡ. Санкт- Петербург исеменән башҡа ҡалаларға ла барып сығыш яһайбыҙ. Йәштәр, балалар ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе белеп үҫергә тейеш. Быны беҙ тәүге сиратта мәҙәниәт аша алып барабыҙ, – ти Гөлназ Хәләф ҡыҙы.  

Әйткәндәй, яҡташыбыҙ махсус хәрби операция башланғандан алып Санкт-Петербург ҡалаһындағы госпиталдәрҙә дауаланған яҡташ яугирҙәргә бар яҡлап ярҙам итә. Тәүҙә был эште бер үҙе башлап ебәрһә, артабан милләттәштәрҙән торған ҙур ғына команда туплаған. Бөгөн Гөлназ Хәләф ҡыҙына республиканың һәр район, ҡала һәм ауылынан ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр, госпиталдә ятҡан яугирҙәрҙе эҙләп табыуҙа, уларға төрлө укол-дарыу алып барыу, тыуған өйҙөң йылыһын хәтерләткән ризыҡтар илтеүҙә уның етәкселегендәге ирекмәндәр әүҙем эшләй.

Фото: Гөлназ Ибраһимованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән

Автор:Карима Усманова
Читайте нас