Башҡорт донъяһы
14 Декабрь 2024, 10:00

Ул халыҡтың фекерҙәрен яңғыратты

Мәхмүт Сәлимов, Ростовтағы Дон ҡалаһынан, VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты.

Ул халыҡтың фекерҙәрен яңғыраттыУл халыҡтың фекерҙәрен яңғыратты
Ул халыҡтың фекерҙәрен яңғыратты

 Мәхмүт Сәлимов, Ростовтағы Дон ҡалаһынан, VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты.

“Бынан дүрт йыл элек Ҡоролтайҙа башҡорт атын һаҡлау, пропагандалауға бәйле матур тәҡдимдәр булғайны. Шул ваҡытта мин китап яҙам тинем. Яйлап ҡына материал йыйып, туплай башланым. Уғаса Ҡоролтай тәҡдимен хуплап республика Башлығы Башҡорт аты фестивален булдырҙы. Тәүге фестиваль үткәндә, мин китапҡа ныҡлап тотонорға ваҡыт етте тип уйланым. Әҙер булғас, уға хат менән мөрәжәғәт иттем. Радий Фәрит улының ярҙамы менән 3-сө Башҡорт аты фестиваленә рус телендә минең китабым сыҡты. Китап туйын минең тыуған районым – Шишмәлә үткәрҙек, мин Ябалаҡлы ауылынанмын. 40 кеше килер тип көткәйнем, исем туйына 140 кеше килде.

Беләһегеҙме, мин республика етәксеһен тыңланым да, ул тап мин уйлаған фекерҙәрҙе еткерҙе, тип әйтер инем. Бөгөн ул халыҡтың фекерҙәрен яңғыратты. Мин Ростовта йәшәп Башҡортостан Башлығының терәген тоям. Әгәр ҙә башҡорт халҡына файҙалы тәҡдимдәр булһа, ул һәр саҡ ярҙам итә. Үҙебеҙ тырышайыҡ. Шундай етәксе булғанда, Башҡортостан өсөн йәшәргә, эшләргә була. Башҡортостан етәксеһенән уңды”.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас