Башҡорт донъяһы
14 Декабрь 2024, 16:30

Йәштәр туған мәҙәниәт буйынса белемен һынаны

Кисәнең “Отҡорҙар ярышы” квиз-турниры иң ҡыҙыҡлыһы булғандыр. Бында ӨФһТУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенттары ҡатнашты. Улар милли мәҙәниәтте белеү кимәленә көс һынашты.

Йәштәр туған мәҙәниәт буйынса белемен һынаныЙәштәр туған мәҙәниәт буйынса белемен һынаны
Йәштәр туған мәҙәниәт буйынса белемен һынаны

Ә.-З.Вәлиди исемендәге Милли китапхана Башҡорт теле көнөнә йәштәрҙе йыйып, матур сара үткәрҙе. Кисәнең “Отҡорҙар ярышы” квиз-турниры иң ҡыҙыҡлыһы булғандыр. Бында ӨФһТУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенттары ҡатнашты. Улар милли мәҙәниәтте белеү кимәлендә көс һынашты.

Йәштәр башҡорт йолаларының бай мөхитенә сумып, милли кейем тарихынан алып милли аш-һыу, халыҡ ижады өлгөләренә тиклем белгәндәрен барланы. Улар тыуған яғының, туған халҡының тарихы, ғөрөф-ғәҙәттәре буйынса яҡшы хәбәрҙар икәнен күрһәтеүгә өлгәште. Квизда ҡатнашыусылар рәхмәт хатына, ә командалар татлы приздарға лайыҡ булды.

Милли китапхана үткәргән был кисә йәш быуынға ата-бабаларҙың мәҙәни мираҫын тапшырыу ни ҡәҙәр мөһим икәнен иҫбатлай, сөнки ошондай саралар арҡылы ул йәшәүен, артабан үҫеүен дауам итә.

Мәғлүмәт, фото: Ә.-З. Вәлиди исемендәге БР Милли китапханаһы.

 

Йәштәр туған мәҙәниәт буйынса белемен һынаны
Йәштәр туған мәҙәниәт буйынса белемен һынаны
Йәштәр туған мәҙәниәт буйынса белемен һынаны
Йәштәр туған мәҙәниәт буйынса белемен һынаны
Йәштәр туған мәҙәниәт буйынса белемен һынаны
Йәштәр туған мәҙәниәт буйынса белемен һынаны
Йәштәр туған мәҙәниәт буйынса белемен һынаны
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас