Башҡорт донъяһы
14 Декабря 2024, 19:20

Балаҫын да, шәлен дә һуға

Ейәнсәрен дә был оҫталыҡҡа өйрәткән.

Балаҫын да, шәлен дә һуғаБалаҫын да, шәлен дә һуға
Балаҫын да, шәлен дә һуға

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI сьезында тап иттек был уңған апайҙы. Өфө районынан килгән Рәйлә Алламоратованың эштәре күргәҙмәгә йәм биреп тора ине. Балаҫтарҙың ниндәйе генә юҡ. Уларҙы тәбиғи йөндө иләп, буяп эшләй. Шуға ла эштәре лә үҙенсәлекле килеп сыға.

– Бала саҡта өләсәйем балаҫ һуҡты. Эргәһендә ярҙам итеп йөрөнөм. Шуға ла был шөғөл күңелемә яҡындыр. Улым станоктарын эшләй. Туғыҙ йәшлек ейәнсәрем дә балаҫ һуға белә, – тине әңгәмәсем.

Үҙенең белгәнен башҡаларға ла өйрәтә. Мәскәүҙә лә оҫталыҡ дәресе уҙғарған.

Йәш быуын араһында боронғо шөғөлдәребеҙгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра алған апайға “афарин” тиәһе килә.

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас