Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге һәм уның директоры Данир Ғәйнуллин “Бәйләнештә” социаль төркөмөндәге сәхифәһендә Евразия күсмә цивилизациялар музейы директоры Николай Григорьев тураһында шундай йылы һүҙҙәр яҙған. Был егет эпостарҙы тsрышып башҡорт телендә уҡып сыҡҡан, гармун уйнап башҡортса йырлай, шәжәрәләрҙе өйрәнгән. Башҡорт рухлы урыҫ егете тураһында тулыраҡ түбәндә Данир Ғәйнуллиндың яҙмаһында.
“Минең уң ҡулым, хеҙмәт юлын беҙҙең ғилми-етештереү үҙәгендә башлап, әле Евразия күсмә цивилизациялар музейы директорына хәтле юл үткән Николай Григорьев бөгөн ҙур награда алды. Башҡорт халҡының һәм республиканың ғилми һәм милли мираҫын һаҡлауға, нығытыуға һәм үҫтереүгә индергән тос өлөшө өсөн Николай Николаевичҡа Сосланбәк Тавасиев исемендәге йәмәғәт премияһы тапшырылды.
Николай Григорьев – рухлы, илһөйәр рус егете. Хәйбулла районында тыуып үҫкән. Ошо ерҙең тарихын, ауылдарҙың шәжәрәләрен яҡшы белә. Эпостарҙы тырышып башҡорт телендә уҡып сыҡты. Яҡын күргән кешеләре араһында ғына гармунда уйнап, башҡортса йыр йырларға баҙнат итә. Күптәр уның башҡортса аңлағанын белмәй ҙә.
Шүлгәнташ һүрәттәрен ЮНЕСКО исемлегенә индереүгә бәйле эш башлағас та, Николай Николаевичты беҙ ошо мөһим йүнәлешкә яуаплы итеп тәғәйенләнек. Мәмерйәлә башҡарылған эштәр, сит ил һәм Рәсәй ғалимдары менән бәйләнеш тотоу, “Шүлгәнташ” музей комплексын булдырыу кеүек эштәрҙә лә ул һәр ваҡыт төп ярҙамсыларымдың береһе булды. Фән өлкәһендә Капова исеме аҫтында таралған мәмерйәгә тарихи Шүлгәнташ атамаһын ҡайтарыу ҙа беҙгә етди мәшәҡәт өҫтәне. Бының өсөн Николай Григорьевҡа архив һәм китапханаларҙа ултырырға, тарихи факттар менән тос папка тултырырға тура килде. Шүлгәнташ буйынса бөтә маҡсаттар ҙа үтәлеп бөттө тиерлек. Киләһе йылда, Алла бирһә, Болгарияла үтәсәк ЮНЕСКО сессияһын ғына көтөргә ҡалды. Номинацион досье байтаҡ эксперттар тарафынан юғары баһа алды. Шуға ла боронғо һүрәттәре менән дан алған уникаль Шүлгәнташ мәмерйәһенең Бөтә донъя мираҫы исемлегенә инеренә өмөт ҙур.
Әле беҙ Николай Григорьев һәм башҡа бер төркөм рухлы йәштәребеҙ менән Евразия күсмә цивилизациялар музейы концепцияһы өҫөндә эшләйбеҙ. Башҡорт халҡының Дала Евразияһы киңлегендә тотҡан урынын билдәләү, Башҡортостан ерҙәренең Алтын Урҙа дәүерендә етди административ үҙәк булыуын һәм Евразия халыҡтары менән тиң һәм тигеҙ бәйләнешен күрһәтеү – төп маҡсат.
Тыуған республикаһын яратҡан, уның тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү һәм үҫтереүгә күп көс һалған ошондай егеттәребеҙ күберәк булһын ул. Башҡорт халҡына хеҙмәт итеүең өсөн рәхмәт, Николай!” – тип яҙҙы Данир Ғәйнуллин.
Бына кемдәр өлгө алырға кәрәк! Һәр башҡорт Николай Григорьев кеүек халҡыбыҙҙың үткәненә тоғро ҡалһын, уның тарихын өйрәнһен, был донъялағы үҙбилдәләнешен нығытыуға тос өлөш индерһен ине. Шундай егеттәребеҙ тағы ла күберәк булһын, тип әйтеүем.
Фото: vk.com/danir1970.