Башҡорт донъяһы
18 Декабрь 2024, 03:00

Йылҡы малының нисә йәштә нисек аталғанын беләһегеҙме?

Күптәр өсөн ҡолон да, бейә лә ат. Йәштәренә ҡарап уларҙың да үҙ атамалары бар.

Йылҡы малының нисә йәштә нисек аталғанын беләһегеҙме?Йылҡы малының нисә йәштә нисек аталғанын беләһегеҙме?
Йылҡы малының нисә йәштә нисек аталғанын беләһегеҙме?

Ҡолон — айғыр ҡолон, бейә ҡолон. Бер йәшкә тиклемге йәш ат. Бер йәшлек булғас, ҡолондоң ялын, ҡойроғон киҫәләр һәм ҡырҡмыш тигән атама бирәләр. Айғыр ҡырҡмыш, бейә ҡырҡмыш Йәки ябаға(ябаға тай)

Тай — ике йәшкә тиклем.

Ҡонан (иркәк мал), ҡонажын (орғасы мал) - ике йәштән өс йәшкә тиклемге йылҡы малы.

Дүнән, дүнәжен - өс йәштән дүрт йәшкәсә.

Дүрт йәштән иркәк мал - айғыр. Орғасы мал - беренсе ҡолонға тиклем байтал, ҡолонлағас, бейә.

Артабан ҡолонламаған бейә - тыу (ҡыҫыр) бейә. Ҡолонһоҙ айғыр - һәүерек. Атҡа әйләндерелгән айғыр - ала

Әйҙәгеҙ, атҡа бәйле мәҡәлдәрҙе яҙайыҡ әле. Кемдәр ниндәй мәҡәлдәр белә?

Автор фотоһы

Автор:Карима Усманова
Читайте нас