Әбйәлил районы Асҡар ауылынды йәшәгән блогер, бар яҡлап оҫта ҡуллы Рәхимә Мусина үҙе бәйләгән, эшләгән ҡул эштәре менән даими рәүештә үҙ сәхифәһендә уртаҡлаша бара. Был юлы ул ҡурсаҡҡа бик матур итеп башҡорт кейеме бәйләгән.
"Ҡурсаҡты башҡорт ҡыҙы итеп кейендереү теләге миндә күптән йәшәй ине.Тик тегә белмәүем ҡамасауланы. Зато бәйләй беләм дәһә тинем дә, елпелдәкле күлмәген дә, камзулын да, маңлайсаһын да пряжанан бәйләнем дә кейҙерҙем.
Ә һеҙ ҡыҙыҡайға берәй матур исем тәҡдим итегеҙ!" - тип яҙған ул үҙ сәхифәһендә.
Әйҙәгеҙ, ҡурсаҡ өсөн ниндәй матур башҡорт исемдәрен тәҡдим итәһегеҙ? Комментарийҙарға яҙығыҙ.
Фото: Рәхимә Мусина