Баймаҡ районының Алғаҙы ауылында Ҡаҙ өмәһе йолаһын күрһәткәндәр.
Уңған ғаилә Гөлнара һәм Рәил Кәримовтар бөтәһе 500 ҡаҙ үҫтереп, шуның 345-ен һуйған, ә ҡалғанын тереләй һатҡан. Ауылдаштары боронғо йоланы тулыһынса башҡарып, ҡаҙаҙрҙыкөйәнтәләргә элеп, йылға буйына йыуырға төшкән.
Уңған ғаилә ҡаҙ үрсетеүҙән тыш, йәшелсә үҫтереп тә һатыуға сығаралар. Кәримовтар сығышы менән Әбделкәрим ауылынна, әле улар Баймаҡта йәшәйҙәр. Ҡалала торһалар ҙа Алғаҙы ауылынан ер алып йәшелсә үҫтерәләр, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Бар яҡлап өлгөр, уңған ғаиләгә тик "афарин!" тип әйтергә генә ҡала.
Фото: Таңһылыу Урманованың "Бәйләнеш"тәге сәхифәһенән