Башҡорт донъяһы
7 Ғинуар 2025, 11:00

Хәйбуллала иң яҡшы мәргәндәр йыйылды

Аҡъярҙа махсус хәрби операция геройҙарына арналған яндан уҡ атыу буйынса район-ара турнир үтте. 

Хәйбуллала иң яҡшы мәргәндәр йыйылдыХәйбуллала иң яҡшы мәргәндәр йыйылды
Хәйбуллала иң яҡшы мәргәндәр йыйылды

Ошо көндәрҙә Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа махсус хәрби операция геройҙарына арналған яндан уҡ атыу буйынса район-ара турнир үтте. Сарала Хәйбулла, Әбйәлил, Ауырғазы, Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура, Учалы райондарынан һәм Баймаҡ, Сибай, Мәләүез ҡалаларынан 50-нән ашыу мәргәнсе ҡатнашты.

Уҡ атып мәргәнлектә һынашыу – беҙҙең башҡорт халҡында борондан ҡалған йола. Беҙҙең районда ла был шөғөлдөң тергеҙелеүе һәм үҫеүе шатландыра. Милли йәйәнән уҡ атыу ярыштарының йыш үткәрелә башлауы ла ҡыуаныслы. 50-нән ашыу ҡатнашыусылар араһында халыҡ-ара һәм республика ярыштары еңеүселәре лә үҙ таһыллыҡтарын һәм мәргәндәрен йәнә бер ҡат һынап ҡараны.

Ярышта иң мәргәндәр асыҡланды. Бына улар:

55 йәштән өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙҙар араһында:

1-се урын - Миләүшә Хәлилова (Әбйәлил районы);

2-се урын - Нилә Исламова (Учалы ҡалаһы);

3-сө урын - Мәрйәм Хәйҙәрова (Хәйбулла районы).

55 йәштән өлкәнерәк ир-уҙамандар араһында:

1-се урын - Вәхит Ғәлин (Баймаҡ ҡалаһы);

2-се урын - Хөрмәт Баһауетдинов (Сибай ҡалаһы);

3-сө урын - Рәмил Ишмөхәмәтов (Хәйбулла районы).

Профи категорияһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында:

1-се урын - Әлиә Ишморатова (Бөрйән районы);

2-се урын - Нәйлә Ишкилдина (Бөрйән районы);

3-сө урын - Гөлшат Әлимханова (Баймаҡ районы).

Профи категорияһында ир-егеттәр араһында:

1-се урын - Батырхан Ғайсин (Ауырғазы районы);

2-се урын - Азат Фәйзуллин (Баймаҡ районы);

3-сө урын - Ғирфан Мәмбәтов (Хәйбулла районы).

Бөтә еңеүселәр дипломдар, миҙалдар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнде.

Фото һәм автор : Раян Атанбаев

Сығанаҡ: "Хәйбулла хәбәрҙәре"

Хәйбуллала иң яҡшы мәргәндәр йыйылды
Хәйбуллала иң яҡшы мәргәндәр йыйылды
Хәйбуллала иң яҡшы мәргәндәр йыйылды
Хәйбуллала иң яҡшы мәргәндәр йыйылды
Хәйбуллала иң яҡшы мәргәндәр йыйылды
Хәйбуллала иң яҡшы мәргәндәр йыйылды
Хәйбуллала иң яҡшы мәргәндәр йыйылды
Автор:Карима Усманова
Читайте нас