Башҡорт донъяһы
11 Ғинуар 2025, 13:00

Атлы егет ҡанатлы ҡошҡа тиң булыуын яҡшы белә улар

Киләсәктә Таулыҡай ауылының ат йәнле шәп егеттәре атлы туризмды, йылҡысылыҡты үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән шәхестәр булып танылыр әле, тигән өмөт-ышаныс бар.  

Атлы егет ҡанатлы ҡошҡа тиң булыуын яҡшы белә уларАтлы егет ҡанатлы ҡошҡа тиң булыуын яҡшы белә улар
Атлы егет ҡанатлы ҡошҡа тиң булыуын яҡшы белә улар

"Аттарҙа саба малайҙар -

Аттары ла аттары!

Малайҙарҙың ана шулай

Саба торған саҡтары! - тип йырҙа йырланғанса, башҡорт халҡы уландарын тәпәй баҫыу менән атҡа атландырған. Ғөмүмән, ат борон-борондан халҡыбыҙҙың тоғро дуҫы һәм ярҙамсыһы ла, юлдашы һәм яуҙашы ла булған. 

Баймаҡ районының Үрге Таулыҡай ауылында ла ат йәнле малайҙар, егеттәр, ир-уҙамандар күп. Ошо көндәрҙә улар "Ир-егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр" тип аталған флешмоб ойошторҙо. Ауыл халҡы елдәй етеҙ аттарында ауыл урамдары буйлап сабып үткән егеттәргә ҡарап һоҡланды ла, ғорурланды ла. 

Ҡатнашыусылар араһында үҙенең уңыштары менән ауылдаштарын һөйөндөргән, ауыл ғорурлығы булырлыҡ егеттәр ҙә бихисап. Мәҫәлән, Илназ Исхаҡов "Ете егет" телевизион бәйгеһендә уңышлы ҡатнашып, "Тамашасы һөйөүе" номинацияһында еңеүсе булып танылған. Ул - рухлы, бар яҡтан килгән егеттәребеҙҙең береһе. Был телевизион проектта ул Һыбай йөрөүселәр араһында беренсе урынға лайыҡ булған. Илназдың уңыштары былар менән генә сикләнмәй. Киләсәктә лә яңы ҡаҙаныштар һәм еңеүҙәр юлдаш булһын шәп егеткә! 

Нияз Сәлиховты ла ауылдаштары, туғандары ат йәнле үҫмер булараҡ белә. Бәләкәй генә сағынан үҙе ҡолон үҫтергән, бәйгеләргә ат әҙерләгән, уларҙа еңеүҙәр яулаған булдыҡлы егет ул. 

Был матур флешмобтан ауылдың ағинәйҙәре лә ситтә ҡалмаған. Улар Нияз Сәлиховтың атын кейеҙгә баҫтырыу йолаһын башҡарған. Борон батырҙарҙы данлап, ҡеүәһен арттырып, дан йырлап, уларҙы аты менән аҡ кейеҙгә баҫтырыр булғандар. Был көндә тап шул йола тормошҡа ашырылды. 

Бөгөн республикабыҙҙа ат спорты, атлы туризм, йылҡысылыҡ тармағы яңы һулыш менән үҫешә. Баймаҡта гөрләп уҙған "Башҡорт аты" байрамы, "Терра-Башҡортостан" кеүек ат ярыштары ла - ошоға асыҡ дәлил. Киләсәктә Таулыҡай ауылының ат йәнле шәп егеттәре лә атлы туризмды, йылҡысылыҡты үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән шәхестәр булып танылыр, тигән өмөт-ышаныс бар. 

Сығанаҡ, видео һәм фотолар: Таулыҡай ауыл хакимиәте төркөмө. 

#АйыҡАуыл2024
#АйыҡАуылТаулыҡай
#ТрезвоеСело2024
#ТрезвоеСелоБаймакскийРайонВерхнетавлыкаево
#АйыҡАуылБаймаҡРайоныТаулыҡайАуылы2024
#Ҡоролтай
#ВсемирныйКурултайБашкир

Атлы егет ҡанатлы ҡошҡа тиң булыуын яҡшы белә улар
Атлы егет ҡанатлы ҡошҡа тиң булыуын яҡшы белә улар
Атлы егет ҡанатлы ҡошҡа тиң булыуын яҡшы белә улар
Атлы егет ҡанатлы ҡошҡа тиң булыуын яҡшы белә улар
Атлы егет ҡанатлы ҡошҡа тиң булыуын яҡшы белә улар
Атлы егет ҡанатлы ҡошҡа тиң булыуын яҡшы белә улар
Атлы егет ҡанатлы ҡошҡа тиң булыуын яҡшы белә улар
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас