Башҡорт донъяһы
17 Ғинуар 2025, 18:00

Семеновтар өйҙә башҡортса һөйләшә

Ғаилә башлығы башҡорт телендә бик оҫта һөйләшә.

Семеновтар өйҙә башҡортса һөйләшәСеменовтар өйҙә башҡортса һөйләшә
Семеновтар өйҙә башҡортса һөйләшә

Ул Көйөргәҙе районы Яҡуп ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. “Атайым Михаил Иванович боронғо башҡорт йырҙарын урынына еткереп башҡара торғайны”, - ти хаҡлы ялдағы ағай.

Әйткәндәй, ике туғаны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вернер Семеновтың еләндәр кейеп сәхнәнән сығыш яһауын бар республика халҡы ғына түгел, Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов та тыңларға ярата торғайны.

45  йыл элек Мәләүез районына көҙгө уңыш йыйырға ебәрелгән йәш водитель Апас ауылы һылыуы Гөлнур Шәриповаға күҙе төшә. Сыуаш милләтле йола буйынса туйҙың нисек үтәсәген ҡыҙыҡһынып көтөп ауыл халҡы ҡоҙаларҙың башҡортса йырлап, бейеүҙәрен күреп, күңелдәре була. Йәштәргә никах уҡып, Федор Михайловичҡа мулла башҡортса Фәрит исемен бирә.

Фәрит ағайҙың ҡатыны – Гөлнур Шәрипова-Семенова балалар өсөн яҙылған бер нисә китап авторы. Башҡорт теленә һөйөү уларҙың ғаиләһендә ғөрөф-ғәҙәт, ауыҙ-тел ижады аша тәрбиәләнә: балалары, кейәү-килендәре, ейәнсәрҙәре лә башҡорт телен яҡшы үҙләштергән. Афарин, Семеновтар, һеҙҙең ғаилә – күптәргә өлгө!

Семеновтар өйҙә башҡортса һөйләшә
Семеновтар өйҙә башҡортса һөйләшә
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас