Башҡорт донъяһы
23 Ғинуар 2025, 12:00

Ҡыҙ тәрбиәләгән әсәйҙәргә шәп кәңәштәр

Иҫеңдә тот: тормош бөгөнгө көндән тора. Бөгөн йәшә. Кисәгене үҙгәртеп булмай, ә иртәгә ни булырын бер кем дә тулыһынса белмәй, шуға күрә тап бөгөн бәхетле бул!

Ҡыҙ тәрбиәләгән әсәйҙәргә шәп кәңәштәрҠыҙ тәрбиәләгән әсәйҙәргә шәп кәңәштәр
Ҡыҙ тәрбиәләгән әсәйҙәргә шәп кәңәштәр

Халҡыбыҙ ижадында ҡыҙҙарҙы, тимәк, буласаҡ әсәләрҙе – нәҫел ебен дауам итеүселәрҙе дөрөҫ тәрбиәләү йәһәтенән бик күп матур өлгөләр тупланған. “Ир бала – йортҡа терәк, ҡыҙ бала – йортҡа биҙәк”, “Ҡыҙ байлығы – күркәм холоҡ”, “Ҡыҙы барҙың – наҙы бар”, “Ҡыҙға тәрбиә биреп, милләт тәрбиәләйһең” тигән әйтемдәр ҙә ошо хаҡта һөйләй. Былар барыһы ла – кире ҡаҡҡыһыҙ хәҡиҡәт, бер ниндәй шик тыуҙырмаған ҡиммәтле аҡыл. Әммә, заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, бөгөнгө ысынбарлыҡ ҡатын-ҡыҙға ла икенсерәк талаптар ҡуя. Улар – ғаилә ҡотон һаҡлау менән бер рәттән әүҙем йәмәғәтселәр, һәр саҡ үҫешкә, белемгә ынтылған уңышлы хеҙмәткәрҙәр, үҙҙәрен төрлө өлкәләрҙә танытҡан камил шәхестәр. Психологтар, үҫеш белгестәре бына ниндәй кәңәштәр бирә заман ҡыҙҙарына. 

  • Иң тәүҙә үҙеңде ярат.
  • Әйбер кешене бәхетле итмәй.
  • Был донъяла хәл итә алмаҫтай мәсьәләләр булмай. Иҫеңдә тот: “Барыһы ла үтә”.
  • Үҙеңде башҡалар менән сағыштырма, улар бер ҡасан да һинең кеүек булмаясаҡ.
  • Ни тиклем ныҡ ғашиҡ булһаң да, үҙ баһаңды юғалтма.
  • “Юҡ” тип әйтергә өйрән, кәрәк урында был һүҙҙе әйтеүҙән ҡурҡма.
  • Маҡтауҙарҙы дөрөҫ, айыҡ аҡыл менән ҡабул ит.
  • Һәр саҡ намыҫлы бул.
  • Һәр ваҡыт уҡырға, күберәкте белергә тырыш. Белем – бик ҙур көс.
  • Иҫеңдә тот: һин бер кемдең дә шәхси милке түгел!
  • Һәр ваҡыт үҙеңде яҡлай бел.
  • Хаталаныуҙан ҡурҡма, хаталар кешене сыныҡтыра ғына.
  • Ярҙамсыл, эскерһеҙ бул, изге эштәр күңелгә рәхәтлек бүләк итә.
  • Булғанына шөкөр итә, рәхмәтле була бел.
  • Ауыр саҡта, икеләнгәндә йөрәгеңде тыңла. Ул алдамаҫ.
  • Кешеләргә яғымлы бул.
  • Хистәреңде, үҙеңдең уй-фекереңде белдереүҙән ҡурҡма.
  • Һәр нәмәлә матурлыҡ таба бел, камиллыҡҡа ынтыл.
  • Күңелеңә яҡын кешеләр менән араны өҙмә.
  • Күп осраҡта кешене һөйләгән һүҙенә ҡарап түгел, башҡарған эшенә ҡарап баһалайҙар.
  • Илағың килгәндә – ила, күҙ йәшенән дә көс алырға мөмкин.
  • Көлөү – күңел дауаһы. Рәхәтләнеп көлөүҙән тартынма.
  • Тормош юлынан һәр саҡ башыңды юғары күтәреп атла. Үҙ-үҙеңә ышаныс – ҙур көс.
  • Һин үҙең уйлағандан да күберәккә, ҙурыраҡҡа һәләтле.
  • Беренсе булып ғәфү үтенеү – көслөләр өлөшө.
  • Һүҙҙәр ярҙамында күперҙәр һалырға ла, уларҙы яндырырға ла мөмкин, шуға күрә һәр ваҡыт уйлап һөйлә.
  • Өй – ул йәшәгән урын түгел, ә һине яратҡан, көткән кешеләр йәшәгән ер.
  • Ҡатын-ҡыҙ һәр халәттә лә матур була ала.
  • Иҫеңдә тот: тормош бөгөнгө көндән тора. Бөгөн йәшә. Кисәгене үҙгәртеп булмай, ә иртәгә ни булырын бер кем дә тулыһынса белмәй, шуға күрә тап бөгөн бәхетле бул!

Айрат Нурмөхәмәтов фотоэтюды. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас