Бөтә яңылыҡтар
10
Башҡорт донъяһы
31 Ғинуар , 08:00

Юлдыбай ағинәйе түбәтәй тегеү серҙәрен өйрәтә

Түбәтәй бик уңайлы баш кейеме булған. Бәләкәй балаларҙың түбәтәйҙәрен уҡа менән биҙәгәндәр, бетеү итеп ҡош өрпәкәйен тегеп ҡуйғандар

Юлдыбай ағинәйе түбәтәй тегеү серҙәрен өйрәтә
Юлдыбай ағинәйе түбәтәй тегеү серҙәрен өйрәтә

Йылайыр районының Юлдыбай ауылы ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Миләүшә Моратова үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә  Юлдыбай ауылы китапханаһында башҡорт халҡының милли ҡомартҡыларын һаҡлауға ҙур көс һалған оҫта тегеүсе Фәниә Такалова түбәтәй тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе уткәреүе хаҡында хәбәр итә.
"Башҡорт халҡының милли кейемдәрең бер төрө булған баш кейемдәре күп төрлө. Уларҙың тәғәйенләнеше лә төрлөсә. Ҡатын -ҡыҙҙарҙың баш кейемдәре ирҙәрҙең баш кейемдәренең ҡупшылығы менән айырылып тора. Ирҙәр ҡолаҡсың бүрек, ҡамсат бүрек, ҡама бүрек кейгәндәр. Йәй түбәтәй кейеп йөрөгәндәр.
Түбәтәй бик уңайлы баш кейеме булған. Бәләкәй балаларҙың түбәтәйҙәрен уҡа менән биҙәгәндәр, бетеү итеп ҡош өрпәкәйен тегеп ҡуйғандар.Оҫталыҡ дәресендә уҡыусы балалар ҙа әүҙем ҡатнашты",  - тип яҙған Юлдыбай ауылы ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Миләүшә Моратова.

Ә һеҙҙең яҡтарҙа түбәтәйҙе нисек тегәләр? Фекерҙәрегеҙ һәм фотоларығыҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.

Фото: Миләүшә Моратова

Юлдыбай ағинәйе түбәтәй тегеү серҙәрен өйрәтә
Юлдыбай ағинәйе түбәтәй тегеү серҙәрен өйрәтә
Юлдыбай ағинәйе түбәтәй тегеү серҙәрен өйрәтә
Юлдыбай ағинәйе түбәтәй тегеү серҙәрен өйрәтә
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: