Баймаҡ районының Үрге Таулыҡай ауылында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нияз Мулләхмәт улы Байегетовтың иҫтәлегенә арналған район бейеүселәр бәйгеһе үтте. Сараға райондың, шулай уҡ Урал арьяғы төбәгенең бейеүселәре йыйылды. Бәйге республикала иғлан ителгән “Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы ойошторолдо.
Белеүебеҙсә, бөтә ғүмерен бейеү сәнғәтенә арнаған Нияз Байегетов тап ошо ауылда тыуып үҫкән. Ул – ҡыҫҡа ғына ғүмерендә әллә күпме сағыу бейеүҙәр ижад итеп, үҙе етәкләгән бейеү ансамблдәрендә йәштәрҙә бейеү сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләүгә өлгәшкән шәхес. "Бейеүҙәрҙә – халҡым тарихы" тип аталған был конкурс арҙаҡлы яҡташыбыҙҙы ололап иҫкә алыу һәм бер үк ваҡытта Бейеү байрамы ла булды.
Бәйгелә ҡатнашыусылар яңғыҙ, парлы, трио, бәләкәй ансамблдәргә бүленеп, 57 бейеү тәҡдим итте. Әйткәндәй, жюри ағзалары араһында Нияз Мулләхмәт улының улы, атаһының эшен лайыҡлы дауам итеүсе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәзир Байегетов та бар ине. Ул бөгөн Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблен уңышлы етәкләй.
– Бөгөнгө көн өсөн таулыҡайҙарға ҙур рәхмәт! Белеүебеҙсә, быйыл улар республика “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаша. Беҙ ҙә был мәртәбәле конкурста ҡатнашып, еңеү яуланыҡ, шуға күрә үҙебеҙҙең тәжрибәбеҙ менән дә уртаҡлаштыҡ, ауыл әүҙемселәре, ағинәйҙәр ҡоро менән “түңәрәк өҫтәл” артында ихлас аралаштыҡ. Ошондай саралар беҙҙе берләштерә, ауылдарыбыҙға йәм һәм ҡот өҫтәй, – тип фекере менән уртаҡлашты Йылайыр районының Юлдыбай ауылы таланттары.
Ауыл мәҙәниәт йортонда көн дауамында барған, 300-гә яҡын кешене туплаған “Бейеүҙәрҙә – халҡым тарихы” конкурсы юғары кимәлдә үтте һәм үҙ маҡсатына өлгәште, тип ҙур ышаныс менән әйтеп була. Сәләмәт тормошто пропагандалаған, халҡыбыҙҙың мәҙәни, рухи мираҫына һөйөү тәрбиәләгән ошондай саралар халыҡты ысынлап та берләштерә, йәшәүгә йәм һәм дәрт өҫтәй.
Фотолар: Таулыҡай ауыл хакимиәте сайтынан.
#АйыҡАуыл2024
#ТрезвоеСело2024
#ҡоролтай
#курултай
#БаймаҡРайоны
#БаймакскийРайон
#ВсемирныйКурултайБашкир
#ФСГО
#ФондГрантов