Бөгөн, 13 февралдә, "Айыҡ ауыл-2024" республика конкурсына ярашлы, ғаиләләргә консультация биреү буйынса күсмә сара ойошторолдо. Халыҡ төрлө ведомстволар белгестәренән бушлай белешмә алды.
Шул иҫәптән Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылы кешеләре үҙҙәрен борсоған һорауҙар буйынса төрлө белгестәргә мөрәжәғәт итте. Улар араһында махсус хәрби операция яугирҙәренең яҡындары ла бар ине. Күп функциялы үҙәк, опека һәм попечителлек, мәғариф бүлеге, "Ғаилә", мәшғүллек үҙәктәре белгестәре, социаль координаторҙар, юристар һәм башҡалар һәр кемдең һорауына аныҡ яуап бирҙе, мөрәжәғәтте өйрәнеү, хәл итеү өсөн контролгә алды.
Был мөһим көндә район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары - Эльвира Ғүмәр ҡыҙы Иманғолова менән Илгиз Ишҡәле улы Аҙнаев та Айыусыға килеп, халыҡ менән бергә булды. "Йәмғиәтебеҙҙең именлеген, сәләмәтлеген хәстәрләгән "Айыҡ ауыл" конкурсында райондаштарыбыҙ һәр ваҡыт ихлас, дәррәү ҡатнаша. Бәйгегә ярашлы төрлө саралар даими үткәрелә. Бөгөн ауыл халҡының һорауҙарына яуап биргән барлыҡ белгестәргә рәхмәт белдерәбеҙ. Айыусылар конкурста уңыш ҡаҙаныр тигән ышаныстабыҙ. Еңеү өсөн бергәләп көрәшәбеҙ", - тине район етәкселәре.
Айыусы халҡының тормош-көнкүреше, конкурсҡа ярашлы ниндәй эштәр башҡарыуы хаҡында "Башҡортостан" гәзитенең алдағы һандарының береһендә уҡырһығыҙ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.