Бөтә яңылыҡтар
10
Башҡорт донъяһы
21 Февраль , 17:00

Әширәф инәйгә – 100 йәш!

Бик күп ваҡиғаларының тере шаһиты ул

Әширәф инәйгә – 100 йәш!
Әширәф инәйгә – 100 йәш!

"Бәйләнештә" социаль селтәрендә Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов 100 йәшлек бер инәй тураһында бәйән иткән.

– 100 йәшен тултырған Әширәф Шәмиғолованы ҡотланым, изге теләктәремде еткерҙем, – тигән Руслан Ғәлиән улы. – Әширәф Әхмәҙулла ҡыҙы – илебеҙҙең бик күп ваҡиғаларының тере шаһиты, ул районыныбыҙҙың барлыҡҡа килеүенә һәм артабан уның үҫешенә тос өлөш индергән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҡташыбыҙ колхозда тракторсы, һауынсы булған, яғыулыҡ ҡойоусы ла итеп тәғәйенләгәндәр.

Руслан Ғиләзетдинов билдәләүенсә, Әширәф инәй бихисап һынауҙарҙы үткән, әммә бирешмәгән. Ул үҙенә күрә бер үҙәк тә – уның тирәһенә яҡын туғандары йыйылған, әле булһа аҡыллы кәңәштәренән өҙмәй уларҙы.

Фото: Руслан Ғиләзетдинов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: