Бөтә яңылыҡтар
10
Башҡорт донъяһы
27 Февраль , 16:30

Башҡортса яҙыулы футболкалар, алъяпҡыстар, открыткаларҙы ҡайҙан алырға?

Туп-тура “Аҙаш”ҡа килегеҙ, шылтыратығыҙ! 38 йәшлек эшҡыуар Рифат Раҡаев 13 йыл ошондай бик күп әйберҙәр етештерә. Улар арзан һәм алып барып та биреү хеҙмәте бар. Яҙыуҙарҙа мосолман атрибутикаһы, йәшел төҫ, бүре һүрәте һәм “башҡорт” һүҙе өҫтөнлөк итә.

Башҡортса яҙыулы футболкалар, алъяпҡыстар, открыткаларҙы ҡайҙан алырға?
Башҡортса яҙыулы футболкалар, алъяпҡыстар, открыткаларҙы ҡайҙан алырға?

Баймаҡ районының Ҡарамалы ауылы егете 38 йәшлек эшҡыуар Рифат Раҡаевтың «Аҙаш» ойошмаһын булдырыуға быйыл 13 йыл тула. Ул Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжын тамамлағандан һуң, БашРТС-та слесарь булып хеҙмәт юлын башлай. Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлағас, Рифат Раҡаев тыуған яғына – Сибай ҡалаһына ҡайтып, хеҙмәт юлын электрик булып дауам итә.

Тыуған яғына ҡайтҡас, дуҫы, үҙе икенсе ҡалаға күсеп китеүе сәбәпле, бизнесын һатып алырға тәҡдим итә. Рифат юғалып ҡалмай. Әле үҙенең тәүәккәл аҙымы дөрөҫ булыуына инанған. Йүнселлеге, алдан күҙаллай белеүе уны эшҡыуарлыҡ юлында нығыта.

«Аҙаш» фирмаһы Урал аръяғында ғына түгел, тотош республикала танылыу яулай. Үҙенә генә тәғәйен матур теләк, шиғыр йә наҙлы һүҙҙәр яҙылған зауыҡлы һәм файҙалы бүләктәр – бокал, алъяпҡыс, таҫтамал, мендәр тышы, календарь, янсыҡ, байрамдарға баннер, магнит, бүләк-портрет, клиенттар теләгән яҙыуҙар менән футболка, галстук, ҡайыш, өйгә һандар, урам атамалары яҙылған алтаҡта, флаг, шәжәрә ағасы, шеврон һәм башҡа тауарҙар һәр кемдең күңеленә хуш килә.

– Эште фото баҫыуҙан, һуңынан яйлап бокалдарҙы башҡортса семәрләүҙән башланым. Беҙҙә хаҡтарҙың күпкә арзан һәм алып барып биреү бушлай булыуы күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы, юл хаҡы өсөн бер тин дә алманым. Хатта Сибайға яҡын-тирәләге ауылдарҙан инәй-апайҙар заказдарына түләү итеп һөт, ҡаймаҡ, йомортҡа тотоп килә ине. Үҙемдең атай-әсәйем ауылда йәшәгәс, ауыл продукцияһы өйҙә лә етерлек булыуға ҡарамаҫтан, миңә күҙ төбәп килгән оло кешеләргә, юҡ, аҡсалата түләгеҙ, тип әйтә алманым, – ти Рифат Ғәле улы.

Яҙыуҙарҙа мосолман атрибутикаһы, йәшел төҫ, бүре һүрәте һәм “башҡорт” һүҙе өҫтөнлөк итеүе лә клиенттар базаһын арттыра, сөнки 13 йыл элек башҡортса яҙылған открытка, футболка, машинаға наклейкаларҙы баҫыусы фирмалар юҡ кимәлендә була.

Күләм артынан ҡыуып, хаҡы осһоҙораҡҡа тура килһен өсөн, Ҡытай тауарына яҙыу үҙҙәрен биҙәмәгәнен ваҡыты менән аңлай етәксе. Шуға ла үҙҙәре етештергән тауарҙың сифатын ҡайғырта.

– “Аҙаш”ҡа мөрәжәғәт иткән һәр кем беҙҙең өсөн ҡәҙерле. Уртаҡ тел табып, уның ихтыяжын юғары кимәлдә үтәү – төп бурысыбыҙ. Клиенттар ебәргән макеттар менән танышҡас, үҙебеҙҙең дә идеяларыбыҙҙы, кәңәштәребеҙҙе әйтәбеҙ, уртаҡ фекергә килгәс кенә эшкә тотонабыҙ. Килгән заказдарҙы тиҙ арала һәм сифатлы етештереү өсөн бөтә командабыҙ көс һала. Шуға беҙгә ҡайтанан мөрәжәғәт итәләр, дуҫлығыбыҙ йылдар буйы дауам итә, – ти егәрле эшҡыуар.

“Аҙаш”тың дуҫтары ла шуға ябай эшсенән башлап республиканың бихисап билдәле кешеләренә тиклем. Улар араһында телевидение алып барыусылары, артистар, тарихсылар һәм башҡа ҡыҙыҡлы шәхестәр бар.

– Һуңғы осорҙа Айҙар Ғәлимов, Элвин Грей, Заһир Зәйнетдин кеүек билдәле шәхестәр менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Билеттар баҫабыҙ, афиша-баннерҙар эшләйбеҙ, йырсыларҙың концертына иҫтәлекле бүләктәр етештерәбеҙ. Билдәле шәхестәребеҙҙең ышанып заказ биреүе дәртләндерә, – ти эшҡыуар.

«Аҙаш» фирмаһын сит төбәктәрҙә лә яҡшы беләләр. Бигерәк тә Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә һәм Сорғот, Санкт-Петербург ҡалаларында йәшәүсе яҡташтарыбыҙға үҙ туған телендә яҙылған бүләктәргә өҫтөнлөк бирә икән.

– Фирмабыҙ Сибай ҡалаһында урынлашһа ла, заказдар интернет аша тотош республика буйынса ла, сит өлкәләрҙән, ҡалаларҙан да ҡабул ителә. Беҙҙе «Бәйләнештә» социаль селтәрендә vk.com/print_ufa_sibay_azash адресы буйынса табып була. Клиенттар нимә ҡыҙыҡһындырыуын яҙып ебәрә, һәм беҙ улар менән тиҙ арала бәйләнешкә сығабыҙ. Тик шуныһы шарт: алдан 100 процент түләгәс кенә заказ башҡарыла башлай. Әҙер булғас, “СДЭК” транспорт компанияһы йә иһә «Рәсәй почта»һы аша ебәрелә. Клиентҡа посылканы ҡабул итергә генә ҡала, – ти Рифат Ғәле улы.

Фирма шулай уҡ туған телебеҙҙә туй гәзиттәре, саҡырыу ҡағыҙҙары, магниттар  әҙерләй. Оҫталар һеҙгә быны нисек матурыраҡ һәм күркәмерәк башҡарыу буйынса кәңәштәрен дә әйтә. Иманлы башҡорт егете булдырған “Аҙаш”та тиҙ арала һәм сифатлы бүләк әҙерләү мөмкинлеге бар.

«Аҙаш» ойошмаһы туған телдә яҙылған бүләктәр етештереү буйынса йылдам үҫешеп, баҙарҙа үҙ урынын яулауын дауам итә. Рифат Раҡаевҡа һәм ул етәкләгән «Аҙаш»ҡа тик уңыштар ғына юлдаш булыуын теләйбеҙ!

Фотоһүрәттәрҙә: Эшҡыуар Рифат Раҡаев; “Аҙаш” етештергән тауарҙар өлгөләре.

Башҡортса яҙыулы футболкалар, алъяпҡыстар, открыткаларҙы ҡайҙан алырға?
Башҡортса яҙыулы футболкалар, алъяпҡыстар, открыткаларҙы ҡайҙан алырға?
Башҡортса яҙыулы футболкалар, алъяпҡыстар, открыткаларҙы ҡайҙан алырға?
Башҡортса яҙыулы футболкалар, алъяпҡыстар, открыткаларҙы ҡайҙан алырға?
Башҡортса яҙыулы футболкалар, алъяпҡыстар, открыткаларҙы ҡайҙан алырға?
Башҡортса яҙыулы футболкалар, алъяпҡыстар, открыткаларҙы ҡайҙан алырға?
Башҡортса яҙыулы футболкалар, алъяпҡыстар, открыткаларҙы ҡайҙан алырға?
Башҡортса яҙыулы футболкалар, алъяпҡыстар, открыткаларҙы ҡайҙан алырға?
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: