Бөгөн Өфөлә башҡорт атына бағышланған гимнға конкурс комиссияһы ултырышы булды, һөҙөмтәләр билдәләнде.
Конкурста Башҡортостандың барлыҡ райондарынан, шулай уҡ Мәскәү, Тула ҡалаларынан, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Татарстандан барлығы 150-гә яҡын кеше ҡатнашҡан. Уларҙың эштәрен республикабыҙҙа киң билдәле Нур Дауытов, Фәрит Иҙрисов, Салауат Кирәев, Рима Садиҡова, Светлана Хисаметдинова составындағы жюри комиссияһы баһаланы.
Сараны ойоштороусылар – “Башҡорт аты” башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институты, Башҡортостандың Туризмды үҫтереү үҙәге, республиканың Йылҡысылыҡты үҫтереү ассоциацияһы, “Ҡыпсаҡ” крәҫтиән (фермер) хужалығы.
“Башҡорт аты” башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институты директоры Руслан Ғизәтуллин әйтеүенсә, конкурсҡа килгән эштәр башҡорт һәм рус телдәрендә.
– Уларҙы беҙҙең ойошманың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенә ҡуя барҙыҡ, халыҡ өсөн асыҡ булды. Ҡатнашыусылар араһында үҙешмәкәрҙәр ҙә, профессионалдар ҙа бар. Иң бәләкәйенә 11 йәш булһа, иң өлкәненә – 71, – ти Руслан Ғизәтуллин. – Эштәр шул ҡәҙәр матур, ихлас күңелдән башҡарылған. Был, әлбиттә, халҡыбыҙҙың башҡорт атына ҡарата ни ҡәҙәр йылы мөнәсәбәттә булыуы, уны яратыуы хаҡында һөйләй.
Тиҙҙән Башҡортостан Республикаһының мираҫы тураһында закон ҡабул ителәсәк, унда башҡорт аты беренсе урында тора. Төп брендтарыбыҙҙың береһенә ҡағылышлы әлеге конкурста жюри ағзалары – киң билдәле һөнәр оҫталары. Был да сараның оло әһәмиәте хаҡында һөйләй.
Еңеүсегә Баймаҡ районы эшҡыуары - "Ҡыпсаҡ" крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Илнур Биктимеров башҡорт аты бүләк итәсәк, тип вәғәҙә бирелгәйне. Һөҙөмтәлә еңеүсе билдәле: "Атайсал" ир-егеттәр ансамбленең "Йәшәһен башҡорт аты" йыры (Ф. Абдуллина һүҙҙәре, Р. Туйсин көйө)!
Фотола: башҡорт аттары турниры ("Терра-Башҡортостан" төркөмөнән алынды).