Бөтә яңылыҡтар
10

Башҡорттоң тәртешкәһе лә моң сығара

Берәүҙәр шулай ти, икенселәр "ҡурайҙан көлә" ти... Ә һеҙ нимә тиерһегеҙ? 

Башҡорттоң тәртешкәһе лә моң сығара
Башҡорттоң тәртешкәһе лә моң сығара

Интернет селтәрендә тәртешкәне ҡурай итеп, һыҙҙырып дәртле көй уйнаған ошо ир-егеттең видеоһы таралғас, берәүҙәр "Башҡорттоң тәртешкәһе лә моң сығара" тип яҙҙы, ә икенселәр быны ҡурайҙан көлөү тип ҡабул итте. "Ҡурай - беҙҙең милли символыбыҙ, ҡул аҫтындағы һәр ҡорамалды ҡурай итеп уйнау дөрөҫ түгел", тигән фекерҙә улар. 

Беҙгә ҡалһа, был видеояҙманың бер хилафлығы ла юҡ. Был ир-егет үҙе лә, башҡалар ҙа бынан ары тәртешкәне лә ҡурай тип атайыҡ, тимәй бит. Был - бары тик халҡыбыҙҙың йор холҡо, юмор яратыуы билдәһе. Ана бит, ниндәй дәртле итеп уйнай, ҡарап ултырыусыларының да кәйефен күтәрә! 

Әйткәндәй, тәртешкәнән дә көй сығара белгән оҫтаның кем икәнен белһәгеҙ, комментарийҙарҙа яҙығыҙ! 

Фото: видеонан скриншот. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: