Башҡорт донъяһы
18 Март 2025, 18:20

Оло йөрәкле әсәйҙәрҙе, көслө рухлы, әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарҙы тәбрикләнеләр

“Ҡатын ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсына йомғаҡ яһалды.

Оло йөрәкле әсәйҙәрҙе, көслө рухлы, әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарҙы тәбрикләнеләрОло йөрәкле әсәйҙәрҙе, көслө рухлы, әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарҙы тәбрикләнеләр
Оло йөрәкле әсәйҙәрҙе, көслө рухлы, әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарҙы тәбрикләнеләр

Бөгөн, 18 мартта, Өфөләге “Торатау” конгресс-холында инде туғыҙынсы йыл рәттән Бөтә Рәсәй “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

Конкурс йыл һайын “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы” Бөтә Рәсәй ижтимағи-дәүләт ойошмаһы һәм Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы булышлығында “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте” төбәк йәмәғәт ойошмаһы башланғысы буйынса үткәрелә.

Проекттың төп бурыстары: ҡатын-ҡыҙҙар берләшмәһенең ижтимағи әһәмиәтле эшмәкәрлеген баһалау, үҫеп килгән быуынды халыҡ традициялары һәм патриотизм рухында тәрбиәләү, йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙ-әсә статусын күтәреү, тыуған илебеҙ яҙмышында ҡатын-ҡыҙҙарҙың ижтимағи һәм сәйәси ролен әүҙемләштереү. 2025 йылғы сара сиктәрендә махсус хәрби операция хәрбиҙәренең әсәләренә айырыуса иғтибар бүленә.

Әүҙем йәмәғәт лидерҙары араһында йыл һайын үткәрелгән ҡатын-ҡыҙҙар конкурсы Башҡортостандың йөҙөк ҡашына әүерелде һәм республикабыҙҙан ситкә сыҡты. Быйыл конкурста Ҡурған, Ырымбур, Свердловск, Силәбе, Төмән өлкәләренән, Татарстандан, Башҡортостандан, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәү һәм Тубыл ҡалаларынан ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашты. Конкурста ҡатнашыуға бөтәһе 500-ҙән ашыу ғариза килгән. Уларҙың иң яҡшылары бүләкләү тантанаһына саҡырылды. Быйыл тәүге тапҡыр “Ирекмән” номинацияһы булдырылды.

Сара иртәнге сәғәт 10-дан башланды. “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының республикалағы филиалының юридик десанты граждандарҙы ҡабул итә башланы. Теләгән һәр кем профессиональ юристарға, адвокаттарға, нотариустарға, медицина психологтарына һәм табиптарға һорау бирә алды. Шулай уҡ фотозоналар, күргәҙмәләр һәм сауҙа нөктәләре эшләне.

“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсының тантаналы бүләкләү өлөшөндә абруйлы ҡунаҡтар – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР спорт министры Руслан Таһир улы Хәбибов, “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Владимировна Хәбирова, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Мари Иленең даими вәкиле, “Үҙ көсөң” проекты авторы Ольга Юрьевна Бадма-Халгаева, Рәсәй Геройҙарының әсәләре һәм тол ҡатындары, министрлыҡ һәм республика ведомстолары етәкселәре ҡатнашты.

Быйыл конкурс финалының төп темаһы - илһөйәрлек, шуға күрә сараға Рәсәй Геройҙарының, һәләк булған яугирҙәрҙең, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың әсәйҙәре саҡырылғайны. Рабиға Ҡушаева исемендәге "Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе" миҙалы Рәсәй Геройҙарының, хәрби операцияла хеҙмәт иткән, шулай уҡ һәләк булған яугирҙәрҙең әсәләренә тапшырылды. Әйткәндәй, әлегә тиклем республикала һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендә был миҙалға 200-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ лайыҡ булған.

Шулай уҡ “Ирекмән”, “Мәҙәниәт”,  "Медицина хеҙмәткәре", “Педагог”, “Эшҡыуар ҡатын”, “Оҫтабикә”,  “Ағинәй” номинацияларында еңеүселәрҙе тәбрикләнеләр. Конкурс финалсылары Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең, Халыҡтары дуҫлығы йортоноң почет грамоталары менән билдәләнде.

Сара юғары кимәлдә, юғары илһөйәрлек рухында үтте. Күп сығыштарҙы тамашасылар баҫып тыңланы, көслө алҡыштарға күмде. Гүзәл заттарыбыҙ был саранан көс-илһам алып, яңы маҡсаттар, хыялдар менән ҡанатланып таралышты.

Проект авторы һәм етәксеһе – “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, "Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте" төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы” Бөтә Рәсәй ижтимағи-дәүләт ойошмаһының төбәк бүлексәһе рәйесе, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина.

Проект граждандар йәмғиәтенең ҡатын-ҡыҙҙар институттарын һәм гражданлыҡ башланғыстарын үҫтереүгә, халыҡтың гражданлыҡ хоҡуғын тәьмин итеүгә, социаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе үҫтереүгә, социаль әһәмиәтле эшмәкәрлекте пропагандалауға, хәйриәлекте, ирекмәнлекте киң йәйелдереүгә, мәҙәни һәм ижади башланғыстар өлкәһендә граждандар эшмәкәрлеген нығытыуға, ғаилә ҡиммәттәрен, традицияларын һаҡлауға йүнәлтелгән.

Айрат Нурмөхәмәтов, Рәмилә Мусина фотолары.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас