Боҙ оҙатыу йолаһы - борондан ҡалған йола, ләкин ваҡыт үтеү менән онотолоп барған йола байрамы булып ҡалып килә. Түбәнге Ысмаҡ ауылы Таналыҡ йылғаһының биръяғында, Өфө ауылы аръяғында урынлашҡан. Элегерәк йылғала боҙ ҡуҙғалған көн бер үҙе бер байрамға әйләнер булған. Йылғала боҙ ҡуҙғалғанын ҡарарға әбей-бабайҙар, йәш-елкенсәк һәм бала-сағалар йыйылышҡан.
Кисә ошо йоланы иҫкә төшөрөп, күп тармаҡлы Өфө ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Таналыҡ йылғаһы буйына "Боҙ оҙатыу" йолаһын атҡарыу маҡсатында сыҡҡан.
"Боҙ оҙатҡанда йәштәр боҙ өҫтөнә бер ус һалам йә кипкән ҡамыш ҡуйып, шуға ут төртөп ебәрер инеләр, ә бына өлкәндәр иһә ташҡын һыуға төйөнсөккә әҙерләнгән ырым бетеүе ағыҙған.Икеһе лә ҡыш буйы йыйылып килгән ҡайғы-ауырыуҙарҙан ҡотолоу ысулы һаналған,"- тип хәтерләп тә алған ағинәйҙәр. Һыуға ҡаршы баҫып изге теләк әйтелгән. Муллыҡ,бәрәкәт теләп йылғаға бойҙай һибелгән. Доньяларҙың ҡотайыуын, тыныслыҡ килеүен теләп аяттар бағышланған. Боҙҙар менән иреп барлыҡ яман сирҙәр бөтһөн, яҙғы ташҡын кеүек ярһып-ташып, шаулап тормош дауам итһен тигән теләктәр әйтелгән.
Элек нисек йәштәр "костёр" яғып ритаям һуҡҡандарын, "Ҡайыш" уйындары уйнағандарын иҫкә алып, гармун көйөнә бейешеп алған сарал ҡатнашҡан апайҙар һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре.
Ә һеҙҙең яҡтарҙа "Боҙ оҙатыу" йолаһы бармы? Булһа, уны нисек башҡаралар? Фекерҙәрегеҙҙе яҙһағыҙ ине.
Фото һәм сығанаҡ: "Хәйбулла хәбәрҙәре"