Башҡорт донъяһы
11 Апрель 2025, 15:00

Әйҙәгеҙ, башҡортса өҫтәл уйыны уйнарға!

Бөгөн “Хазина” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы һәм Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы тарафынан эшләнгән “Бишбармаҡ”, “Зирәк”, Әлләсе”, “Бесәй, сәй, айыу, бал, май” башҡорт телендәге өҫтәл уйындарының исем туйы үтте. 

Әйҙәгеҙ, башҡортса өҫтәл уйыны уйнарға!Әйҙәгеҙ, башҡортса өҫтәл уйыны уйнарға!
Әйҙәгеҙ, башҡортса өҫтәл уйыны уйнарға!

Бөгөн, 11 апрелдә, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Технопарк” майҙансығында башҡорт телендәге өҫтәл уйындарының исем туйы үтте. Унда ҡатнашыусылар “Хазина” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы һәм Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы тарафынан эшләнгән “Бишбармаҡ”, “Зирәк”, Әлләсе”, “Бесәй, сәй, айыу, бал, май” уйындары менән танышты. Проект Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған.

Сарала әлеге уйындарҙы һынап ҡарауҙа ҡатнашҡан мәктәп һәм балалар баҡсалары вәкилдәре, башҡорт ғаиләләре, уларҙың балалары ҡатнашты. Проект авторҙары өҫтәл уйындарының йөкмәткеһе, тәғәйенләнеше, был эште нисек тормошҡа ашырыуҙары тураһында һөйләне, ә уҡытыусылар, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, ата-әсәләр һәм балалар улар тураһында үҙҙәренең фекерҙәрен, тәҡдимдәрен еткерҙе.

Гөлназ ЙОСОПОВА, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы етәксеһе:

– Был башланғыстың төп маҡсаты – башҡорт телен киңерәк танытыу, уның ҡулланылыу даирәһен киңәйтеү. Беҙ уларҙы төрлө мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында һынап ҡараныҡ, балалар ҡатнашлығында уйындар ҙа ойошторҙоҡ. Шулай уҡ күп балалы башҡорт ғаиләләренә, башҡорт блогерҙарына һынау өсөн бирҙек, улар ҙа уйнап ҡарап, үҙ фекерҙәрен еткерҙе.

Әлиә ӘБДРӘХИМОВА, Башҡортостан Башлығы Гранты фондының проекттарҙы тормошҡа ашырыу бүлегенең баш белгесе:

– Беҙҙең фонд тарафынан дәүләт һәм туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү йүнәлешендә бик күп проекттар тормошҡа ашырыла. Тәү сиратта, ошондай матур, үҙенсәлекле өҫтәл уйындары буйынса проектты тормошҡа ашырған командаға рәхмәт әйткем килә. Улар балаларға ғына түгел, өлкәндәр өсөн дә бик мауыҡтырғыс, тип уйлайым. Быға тиклем бындай уйындар булманы тиерлек. 2022 йылда ошо йүнәлештә бер генә проект тормошҡа ашырылды, ул телефон ярҙамында уйнауға ҡоролған уйын ине. Дәүләт һәм туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү йүнәлешендәге гранттар конкурсына башлыса төрлө саралар, концерттар, конкурстар үткәреүгә бәйле башланғыстар тәҡдим ителә, шуға күрә был проект бик үҙенсәлекле һәм әһәмиәтле, тигән фекерҙәмен.

Гүзәлиә ИСХАҠОВА, проекттың етәксеһе:

– Тел өйрәнеү өсөн өҫтәл уйыны – киң таралған һәм отошло алым. Уйын ярҙамында һәр кемде телде өйрәнеүгә йәлеп итергә мөмкин. Тап ошо маҡсатта беҙ, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы командаһы, “Хазина” ойошмаһы менән берлектә ошо башланғысты тормошҡа ашырырға ҡарар иттек. Проектҡа ярашлы эшләнгән дүрт уйындың һәр береһе айырым йүнәлешле һәм йөкмәткеле. Мәҫәлән, “Әлләсе” уйынын уйнар өсөн башҡорт телен белеү мотлаҡ. Улай ғына ла түгел, телмәр байлығының мул булыуы мөһим. Был уйынға бөтәһе 1400 һүҙ индерҙек, улар араһында һирәк осраған һүҙҙәр, башҡорт теленең төрлө диалекттарында ҡулланылған төшөнсәләр ҙә бар. “Бесәй, сәй, айыу, бал, май” уйыны Европала киң таралған, беҙ уны башҡорт мөхитенә яраҡлаштырып эшләнек. Ул иң бәләкәй категорияға – әлегә хәреф танымаған бәләкәстәргә тәғәйенләнә. “Зирәк” уйыны ҡатмарлы ғына, ул башты эшләтеү өсөн һәйбәт. “Бишбармаҡ” етеҙлек, сослоҡ тәрбиәләй.

Гөлназ ҠОЛҺАРИНА, “Тамыр” телеканалы директоры:

–  Тәү сиратта, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһының маҡсатлы, матур йөкмәткеле эшмәкәрлеген билдәләп үткем килә. Уларҙың башланғыстары заманса булыуы, балаларҙы, йәштәрҙе йәлеп итеүе менән отошло. Бәләкәй генә берҙәм команданың шундай ҙур, әһәмиәтле эштәр башҡарыуы, әлбиттә, тик маҡтауға лайыҡ. Бөгөнгө башҡортса өҫтәл уйындары ла – шуның сағыу бер өлгөһө. Ә инде беҙҙең “Тамыр” телеканалында мауыҡтырғыс тапшырыу булараҡ башланғыс алған “Әлләсе”нең өҫтәл уйыны булып донъя күреүе – айырыуса шатлыҡлы күренеш.

Ләйлә ХӨСӘЙЕНОВА, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы:

– Беҙҙең факультет студенттары “Әлләсе” өҫтәл уйынын һынап ҡарауҙа ҡатнашты. Шул тиклем мауығып, ихлас уйнанылар, хатта башта билдәләнгән ваҡыт та етмәне. Әлбиттә, был уйындар башлыса балаларға тәғәйенләнгән, әммә өлкәндәр өсөн дә берҙәй ҡыҙыҡлы булыуын үҙебеҙ һынап ҡарап белдек. Тағы ла шуны әйтергә кәрәк: беҙҙә буласаҡ тәрбиәселәр, логопедтар, башланғыс класс уҡытыусылары әҙерләнә, шуға күрә был уйындар киләсәктә уларҙың эшендә үҙенә күрә бер әсбап та була ала. Һүҙҙәрҙе көсләп ятлатыуға ҡарағанда, уйын алымында өйрәтеү күпкә отошло. Тел белгесе булараҡ, башҡорт халыҡ әкиәттәре, эпостары менән бәйле уйындар ҙа донъя күрһен ине, тигән теләгемде еткергем килә.

Гүзәлиә ДӘҮЛӘТШИНА, Өфө ҡалаһындағы 40-сы башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе:

– Беҙҙең балалар баҡсаһы “Бесәй, сәй, айыу, бал, май” уйынын һынап ҡарауҙа ҡатнашты. Беренсенән, бындай өҫтәл уйындары - бәләкәстәргә башҡорт телен өйрәтеүҙә, уларҙың телмәр байлығын артырыуҙа ҙур ярҙамсы. Икенсенән, милли мөхит, мәҙәниәтебеҙ менән таныштыра. Балалар менән рәхәтләнеп уйнайбыҙ, уларға ныҡ оҡшай. Төркөмгә яңы бала өҫтәлһә, улар уйындың ҡағиҙәләрен үҙҙәре аңлата. Тик шуныһы: йыш уйнай торғас, беҙҙең “Бесәй, сәй, айыу, бал, май” уйыны туҙҙы, шуға күрә яңыһы кәрәк (көлә – автор).

Дамир ТАЙЫПОВ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы:

– Беҙ ғаиләбеҙ менән әлеге өҫтәл уйындарын һынап ҡарауҙа ҡатнаштыҡ. Ураҙа ваҡытында ифтар мәжлестәрендә ғаилә дуҫтарыбыҙ менән дә уйнаныҡ. Барыбыҙға ла ныҡ оҡшаны. Дуҫтар, таныштар ҡыҙыҡһынды, “һатыуҙа бармы?” тип һорайҙар. Шуға күрә башҡортса был уйындарҙы сауҙаға сығарыу мәсьәләһен дә хәл итергә кәрәк, тип уйлайым.

Рәлиә БИКТИМЕРОВА, Шамонин ауылында йәшәгән әсәй:

–Туған телдәр байрамында “Әлләсе” уйыны менән таныштырасаҡтарын белә инек, шуға күрә тап шуның өсөн махсус рәүештә барҙыҡ, тиһәк тә була. Артабан өҫтәл уйындарының донъя күреүен көттөк һәм ғаиләбеҙ менән ошо уйындарҙы һынап ҡарау бәхетен татыныҡ. Беҙ уларҙы мөкиббән китеп уйнаныҡ. Кимәле буйынса “Зирәк” – иң ҡатмарлыһы, шулай ҙа уны ла үҙләштерә башланыҡ. Ҡайһы берҙә балаларыбыҙ аңламаған һүҙҙәр ҙә осрай, шулай ҙа ни тиклем йышыраҡ уйнайбыҙ, шул тиклем шымарабыҙ, таһылланабыҙ. “Бишбармаҡ”ты көн һайын тиерлек уйнайбыҙ, һис тә ялҡытмай. Батырхан улым хатта уны телефондағы уйындарға ҡарағанда ла ҡыҙыҡлыраҡ тип һанай. Бөтә ғаиләбеҙ исеменән проект авторҙарына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!

Йәнгүзәл БИКТИМЕРОВА, VII класс уҡыусыһы:

– Әсәйемдең һүҙҙәренә мин дә ҡушылам, уйындар беҙгә бик оҡшаны. Минең теләктәрем дә бар: киләсәктә башҡорт телендә тағы ла ҡыҙыҡлы, яңы уйындар донъя күрһен. Мәҫәлән, “Монополия”ға оҡшаған, география, аҡса тотонорға өйрәнеү буйынса уйындар булһа ине.

Фәнгизә НАФИҠОВА, Өфө ҡалаһындағы М. Горький исемендәге 3-сө гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:

– Башҡорт телендәге был уйындар Федераль дәүләт белем биреү стандарттары (ФГОС) талаптарына тулыһынса яуап биреүе менән дә әһәмиәтле. Уларҙа предмет-ара бәйләнеш яҡшы сағылыш таба. Мәҫәлән, Башҡортостаныбыҙҙың географик атамалары, хайуандар донъяһы, тәбиғәт күренештәре, тарихи, мәҙәни, әҙәби мөхит, башҡорт халҡының көнкүреше киң сағылыш тапҡан. Был уйындар беҙгә – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына ҙур табыш булды.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Әйҙәгеҙ, башҡортса өҫтәл уйыны уйнарға!
Әйҙәгеҙ, башҡортса өҫтәл уйыны уйнарға!
Әйҙәгеҙ, башҡортса өҫтәл уйыны уйнарға!
Әйҙәгеҙ, башҡортса өҫтәл уйыны уйнарға!
Әйҙәгеҙ, башҡортса өҫтәл уйыны уйнарға!
Әйҙәгеҙ, башҡортса өҫтәл уйыны уйнарға!
Әйҙәгеҙ, башҡортса өҫтәл уйыны уйнарға!
Әйҙәгеҙ, башҡортса өҫтәл уйыны уйнарға!
Әйҙәгеҙ, башҡортса өҫтәл уйыны уйнарға!
Әйҙәгеҙ, башҡортса өҫтәл уйыны уйнарға!
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас