

Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй мәҙәниәт йортонда “Һағыҙ байрамы” йолаһын үткәрҙеләр. “Заһиҙә” фольклор ансамбле ағзалары балаларҙы ла күңелле сараға саҡырҙы. Башҡорттар борон-борондан һағыҙҙы ҡайын туҙынан эшләгән. Уны “ҡара һағыҙ” тип йөрәтәләр. Миңзәлә Яхина уны эшләүҙең технологияһы менән балаларҙы таныштырҙы.
“Тәүҙә ҡайын ҡайырыһының йоҡа ғына ҡатламын айырып алырға кәрәк. Һағыҙҙы яҙ, ҡайын туҙы йәш булғанда, ҡайнатыу яҡшыраҡ, – ти Миңзәлә инәй. – Бик мәшәҡәтле эш, түҙемлек талап итә был хеҙмәт. Әҙер һағыҙҙы киҫәктәргә бүлеп, һыу һалынған һауытта һалҡын урында һаҡларға кәрәк”.
Экологик яҡтан таҙа, файҙалы ул ҡайын һағыҙы, ти өлкәндәр. Балалар боронғо һөнәр һәм башҡорт йолалары хаҡында ла үҙҙәре өсөн байтаҡ мәғлүмәт алды һәм “Заһиҙә” ансамбле ағзаларына рәхмәт әйтеп таралышты.
Фото:”Буздякские новости” гәзите сайтынан.