

Ошо көндәрҙә Ҡазан ҡалаһында үткән XVI “Рәсәй – Ислам донъяһы” халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында "Modest Ғashion Day" мода күрһәтеүе ойошторолған.
Байтаҡ сит ил вәкилдәре йыйылған күләмле сарала миләттәштәребеҙ – бер туған Әлфиә менән Гөлфиә Хамматоваларҙың Minzifa (“Миңзифа”) кейем бренды ҡатнашҡан.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: форумдағы мода күрһәтеүгә Рәсәйҙән ике генә бренд саҡырылған, һәм уларҙың береһе – беҙҙең талантлы яҡташтар.
“Ырыуыбыҙ - Тамъян,
Ҡошобоҙ - ҡарға,
Ораныбыҙ - тутыя,
Ағасыбыҙ -тирәк,
Эскән һыуыбыҙ - Ҡыҙыл.
Ҡазан ҡалаһында үткән XVI “Рәсәй - Ислам донъяһы” халыҡ-ара иҡтисади форумы эсендә үткән "Modest FASHION DAY" тамашаһында ҡатнашыуыбыҙҙы үҙебеҙҙең гүзәл тыуған яҡтарыбыҙға бағышлайбыҙ”, – ти ҡыҙҙар.
Кейемдәрҙе Өфөнөң “Luna Models” моделдәр агентлығы ҡыҙҙары күрһәткән. Донъяға таралған “Һомай” башҡорт композицияһы менән оҙатылған сығыштарҙы тамашасылар һоҡланып ҡараған. Был турала әһәмиәтле сарала булып, ҡыҙҙарҙың кейем моделдәрен залда ултырып ҡараған яҡташтар ҙа яҙа.
“Миңә был күрһәтеүҙә булырға яҙҙы. Күренекле режиссер сит илдән килгән ҡунаҡтарға үҙ концепцияһына, үҙ ҡарашына ҡоролған шоу тәҡдим итте. Был коллекция залда ихлас һоҡланыу тыуҙырҙы”, – тип яҙа Венера Ғәләүетдинова.
“Тотош зал был сығыштарҙы тын да алмай ҡараны, аҙаҡтан оҙайлы алҡыштарға күмде. “Миңзифа” шундай юғары кимәлдәге сараға саҡырылған икән (РФ-тан – ике генә коллекция, ҡалғандары – сит илдәрҙеке), тимәк, мода оҫталары дизайнерҙарҙы һәм уларҙың коллекцияһын юғары баһалай”, – ти ““Luna Models” моделдәр агентлығы етәксеһе Луиза Закирйәнова.
Талантлы милләттәштәребеҙгә “афарин!” тибеҙ һәм башҡорт мәҙәниәтен танытыуҙағы фиҙакәр хеҙмәттәрендә артабан тағы ла ҙурыраҡ бейеклектәр теләйбеҙ!
Видео, фотолар: https://vk.com/min_zifa