Башҡорт донъяһы
27 Мая 2025, 11:00

Эх, өҙә баҫыуҙары!

Йәштәр мәктәп менән бына ошолай һаубуллашҡан. Бейеүҙең дә ниндәйе! Лайыҡтарығыҙҙы йәлләмәҫһегеҙ моғайын, дуҫтар?????  

Шәмбе көнө республикабыҙ мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау зыңғырланы. Меңәрләгән егет-ҡыҙҙарыбыҙ, ғәмһеҙ бала саҡ менән хушлашып, тормошоноң яңы үренә аяҡ баҫты. Социаль селтәрҙәрҙә ошо матур ҙа, моңһоу ҙа ваҡиғанан бер иҫтәлек булып ҡалырҙай күркәм видеояҙма таралды: сығарылыш класы уҡыусылары вальс өйрөлмәй, ә туған моңдарына өҙҙөрөп баҫа! Бейеүҙең дә ниндәйе бит әле - "Гөлнәзирә"!
Был рухлы егет-ҡыҙҙар Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы уҡыусылары булып сыҡты.
Артабан инде Әбйәлил районы Асҡар ауылының сығарылыш класы, Баймаҡ районы Ҡолсора ауылының 9-сы класты тамамлаған уҡыусылары төшкән видеояҙмаларҙы куреп ҡыуандыҡ.
Афарин, егет-ҡыҙҙарыбыҙ, аҡ юл һеҙгә! Тормошоғоҙ юлында халҡыбыҙ бейеүе һәр саҡ күңелегеҙгә дәрт өҫтәп, ҡаршылыҡтарҙы еңер көс биреп торһон!

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас