

"Йолоҡ туйы" - арыныу, таҙарыныу тигәнде аңлата. Ошо көндәрҙә Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ошо йоланы 20 йылдан ашыу үтәп, тәбиғәткә сығып, ете төрлө үләндән аш бешереп, донъя именлеге теләп, һаулыҡ нығытыу, ғөрөф-ғәҙәтте һаҡлап ҡалыу ниәте менән башҡара. Был юлы ла улар йәмле Вәзәм йылғаһының түбән яғына йыйылған. Ете төрлө үләндән аш бешереп, "Иҫке ауыҙға яңы аш", тип һөрәнләп теләктәр теләп, быйылғы йылға имен булыуға юрап, шифалы аштан ауыҙ итеп, халыҡ уйындары уйнап, тәбиғәткә һоҡланып ял итеп ҡайтҡан.
Ә һеҙҙең яҡтарҙа "Йолоҡ туйы" башҡарыламы? Фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
Сығанаҡ һәм фото: Бәләкәй Арыҫланғол мәҙәниәт йорто төркөмөнән