

Республикала башҡорт халҡының милли байрамы - Һабантуйҙар башланды. Бөгөн тәүгеләрҙән булып Бөрйән районында ауыл хужалығы эшсәндәрен, хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләнеләр.
Һабантуй Күҙәмбәт яланында үтте. Райондың һәр ауыл хакимиәте биләмәһе тирмәләр ҡорғайны, шулай уҡ предприятиелар ҙа был йәһәттән ситтә ҡалмаған - үҙҙәренең эшмәкәрлеген сағылдырған күргәҙмә ҡуйған.
Байрам ҡунаҡтары, жюри ағзалары тирмәләр менән танышып сыҡҡандан һуң, райондың барлыҡ социаль-мәҙәни учреждениелары, ауыл хакимиәте биләмәләре ҡатнашлығында ҙур парад үтте. Артабан район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министр урынбаҫары Айҙар Ғәлин яҙғы баҫыу эштәренең һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәрҙе, лайыҡлы хеҙмәтсәндәрҙе, күп бала тәрбиәләгән әсәләрҙе, шулай уҡ район тормошонда әүҙем ҡатнашҡандарҙы билдәләп үтте.
Һабантуй хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләү, туғандар, дуҫтар, яҡташтар менән осрашыу урынына әйләнде. Район халҡы, ҡунаҡтар спорт ярыштарында, төрлө конкурс-бәйгеләрҙә ихлас ҡатнашты, тамаша ҡылды. Һабантуйҙы матур һәм бай биҙәлгән тирмәләр, милли йолалар, йыр-моңдар, күргәҙмәләр биҙәне.
Район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин белдереүенсә, Һабантуй халыҡ байрамы булырға тейеш һәм бөрйәндәр ошо маҡсатҡа өлгәште лә инде.
Рәмилә Мусина фотолары.