Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияһы тәҡдиме буйынса Башҡарма комитеттың киңәйтелгән ултырышы үтте, сара Башҡортостан Яҙыусылар союзының ремонттан һуң күптән түгел асылған бинаһында ойошторолдо.
Йәмәғәтселәрҙе бик мөһим сәбәп берләштерҙе. Мәғлүм булыуынса, 30 майҙа, «Китап байрамы» III халыҡ-ара китап йәрминкәһен асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала «Урал-батыр» эпосы көнөн булдырыу хаҡында белдергәйне. Ул йыл да 8 июндә билдәләнәсәк.
Был ҡарар әҙәби әҫәрҙе башҡорт халҡының мәҙәни мираҫы һәм рухи терәге итеп таныу нигеҙендә ҡабул ителгән.
– «Урал батыр» – халҡыбыҙҙың асылы һәм йөрәге. Мәшһүр эпос көнө мәҙәни йолаларыбыҙҙың мөһим өлөшөнә әүереләсәк, – тип билдәләгәйне Радий Хәбиров.
- Бөгөнгө сараның Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуының 30 йыллығын билдәләгән осорҙа уҙыуы, Яҙыусылар союзының ремонттан һуң тулыһынса яңырған бинаһында үткән тәүге сараның башҡорт халҡының төп әҫәре – “Урал батыр” эпосына арналыуы, һис шикһеҙ, символик мәғәнәгә эйә, - тине Эльвира Айытҡолова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, сараны асып.
Башҡарма комитет ултырышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиумы, Башҡарма комитеты ағзалары, "Урал батыр"эпосын анализлау, төрлө методологик йүнәлештәрҙән өйрәнеүсе белгестәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты, эпосты өйрәнеү, һаҡлау, таратыу мәсьәләләрен күтәрҙе, тәҡдимдәре менән таныштырҙы.
Ғалим-философ, философия фәндәре докторы, профессор, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө тикшеренеү үҙәгенең тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина “Урал батыр” эпосы – рухи ҡиммәттәрҙе, патриотизмды, ғәҙеллекте, халыҡ йолаларын, ололарға хөрмәт, ихтирам һаҡлаған нәсихәт” темаһына сығыш яһаны, аныҡ тәҡдимдәр әйтте. Улар араһында – эпосты яҙып алған сәсән Мөхәмәтша Буранғоловтың ҡәберен табыу һәм тәртипкә килтереү; “Урал батыр” эпосы буйынса энциклопедия төҙөү; республикала йә иһә баш ҡалала башҡорт эпостарына бәйле архитектура комплексы булдырыу.
Ғалим-филолог, драматург, прозаик Шәүрә Шәкүрова "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы тексын яҙып алыу һәм баҫтырыу тарихы миҫалында республикала фольклор фәнен үҫтереү өсөн нимә эшләргә кәрәк һәм фольклор әҫәрҙәрен заманса мәҙәниәт менән тулыһынса үҙләштереү өсөн ниндәй аҙымдар мөһим булғанлығы хаҡында сығыш яһаны.
“Урал батыр мәктәбе” проектының үҙенсәлектәрен “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Рәйсә Күзбәкова барланы.
– Эпостың йәш быуынды тәрбиәләүҙә генә түгел, ә халыҡҡа йәшәйеш йүнәлеше биреүҙә лә әһәмиәте ҙур. Шуны иҫәптә тотоп, 2020 йылда "Аҡ тирмә" милли-мәҙәни үҙәге "Урал батыр мәктәбе" исемле проект тәҡдим итте. Бөгөн проект 30-ҙан ашыу мәктәптә һәм балалар баҡсаһында әүҙем ҡулланыла, – тине Рәйсә Абдрахман ҡыҙы.
“Урал батыр” эпосын рухи мираҫ булараҡ һаҡлау, популярлаштырыу мәсьләләренә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссия рәйесе, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина туҡталды.
– Тәүге сиратта, мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн "Урал батыр" эпосын өйрәнеү буйынса белем биреү программаһын, дидактик материалдар булдырыу зарур. "Урал батыр" эпосына нигеҙләнгән йолаларҙа балалар "яҡшылыҡ" һәм "яуызлыҡ" һүҙҙәренең мәғәнәһен аңлаясаҡ.
“Аҡбуҙат” журналының киләһе бер һанын тулыһынса эпосҡа бағышларға һәм унда геройҙар менән таныштырырға ниәтләйбеҙ. Ғөмүмән, “Урал батыр” буйынса методологик аңлатмалар бик кәрәк, - тине Лариса Хашим ҡыҙы.
Сарала, шулай уҡ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, педагог, профессор, Рәсәй Художество академияһы академигы, Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле авторы, скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков (онлайн), ғалим-этнолог, юрист, философия фәндәре кандидаты Зәкирйән Әминев, драматург, журналист, тәржемәсе, яҙыусы Сәрүәр Сурина, фольклорсы-ғалим, филология фәндәре докторы Розалиә Солтангәрәева һәм башҡа билдәле шәхестәр ҡатнашты, билдәле рәссамдар Салауат Ғиләзетдинов, Азамат Ғарипов, Артур Василов эпосты төрлө йүнәлештәрҙә һүрәтләү йәһәтенән фекерҙәрен белдерҙе.
Фотолар: Руслан Һәүбәнов.