

Күптән түгел, “Урал батыр” эпосы көнө алдынан, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышы үтте, тип хәбәр иткәйнек. Сарала монументаль әҫәрҙе һаҡлау, таратыу, популярлаштырыу йәһәтенән аныҡ тәҡдимдәр яңғыраны. Улар араһында эпосты яҙып алған сәсән Мөхәмәтша Буранғоловтың ҡәберен табыу һәм тәртипкә килтереү тигәне лә бар ине.
Һәм бына, бер нисә көн үткәс, ҡыуаныслы хәбәр килеп етте: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияһы рәйесе, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире, шағирә Лариса Абдуллина баш ҡаланың Мосолман зыяратында сәсәндең ҡәберен тапҡан. Был хаҡта ул түбәндәгеләрҙе белдерҙе:
– Мөхәммәтша Буранғоловтың һуңғы төйәге ҡайҙа икән, тигән һорау менән күптәргә мөрәжәғәт иткәнем булды. Әммә уға яуап ғалимдар араһында ла, ижадына мөрәжәғәт иткән яҙыусылар араһында ла табылманы. Яҙыусының тыуған яғы Ырымбурға ла сығып ҡараныҡ. Мәләүез, Әлшәй райондарында ла йәшәп киткән – унда ла белеүсе юҡ.
Ғүмеренең һуңғы йылдарын Өфөлә үткәргәнен иҫәпкә алып, Минһажев урамында, Матбуғат йортона яҡын йәшәгән өйөнә ҡуйылған таҡтаташты ҡарап киттем. Артабан, Мөхәммәтша Буранғоловҡа оло хөрмәт менән доға-теләктәр уҡып, Мосолман зыяратына барҙым. Өфөлә йәшәгәс, моғайын, шунда ерләнгәндер тигән уй тынғы бирмәне. Шәхестең һуңғы йылдарҙа оло һынауҙар үтеүен, төрмәнән ҡайтыуын иҫәпкә алып, ул ғалимдар, яҙыусылар араһында ятмайҙыр, ситтәрәктер тип, аҫҡараҡ төшөп эҙләй башланым. Эскә ингән һайын уның рухы менән аралашҡандай булдым...
Дөрөҫөн әйткәндә, был хәл үҙемә лә мөғжизә булды төҫлө. Әйткәндәй, зыяратҡа Мәләүез ҡалаһындағы М. Буранғолов исемендәге китапхана белгесе Рәзилә Ҡотлогилдина менән икәүләп барғайныҡ. Ҡатын кешегә зыяратҡа яңғыҙ инеү тыйыла. Шатлығыбыҙҙың сиге булманы: "Рәзилә апай, Мөхәмәтша олатай бында ята. Таптым, таптым!" - тип бөтә зыяратты яңғыратып ҡысҡырып ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.
Халҡыбыҙҙың һүҙе бар бит: "Тереләрҙең ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел". Хәҙер инде ҡәберлекте тәртипкә килтереү, уратып алыу, бәлки, ниндәйҙер юл һалыу кәрәк. Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуған көнө декабрҙә – шуға тиклем эшләнһә, бигерәк тә яҡшы булыр ине.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Указы менән республикала "Урал батыр" эпосы көнө булдырылды, ул йыл да 8 июндә билдәләнәсәк. Шуның нигеҙендә М. Буранғоловтың ҡәберен тәртиптә тотоу эшен йәнләндереп ебәрергә тейешбеҙ.
17 июлдә Өфөлә М. Буранғоловтың исемен мәңгеләштереү буйынса Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияһы сираттағы "түңәрәк өҫтәл" ойошторасаҡ. Шунда был темаға ҡағылышлы күп мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшербеҙ, тип ышанам. Был – ҙур эштең башы ғына, – тип билдәләне Лариса Хашим ҡыҙы.
Фото: Л. Абдуллина.