

Филология фәндәре кандидаты, ғалимә, тәнҡитсе, тел белгесе Ғәҙилә Бүләкова ни өсөн борсола?
"Ваҡыт булғанда үҙебеҙҙең БЮТ-тағы башҡортса тапшырыуҙарҙы һәр даими ҡарап барырға тырышам, хатта ете төн уртаһында күрһәтелгәндәрен дә. Яратып ҡараған проекттар ҙа бар, бик оҡшап етмәгәндәре лә юҡ түгел, әлбиттә. Шулай ҙа уларҙың барыбыҙға ла билдәле булған изге маҡсат-ниәттәр менән төшөрөлгәнен, эфирға сығарылғанын белеп торғанға, ул тапшырыуҙарҙа ебәрелгән ҡайһы бер етешһеҙлектәргә күҙ йомоп, өңдәшмәй ҡалыуҙы хуп күргән саҡтар ҙа булғылап тора.
Тик бынан өс көн элек ҡараған "7 егет" проекты тапшырыуы тураһында ла өндәшмәй ҡалынһа, телебеҙгә ҡарата ниндәйҙер бер хилафлыҡ эшләгән һымаҡ булыр ине. Башта уҡ шуны әйтәм: дөйөм алғанда, бик оҡшай миңә был проект! Шуға күрә лә һәр тапшырыуҙы ваҡытында ҡарап барырға тырышам да инде.
Сираттағы тапшырыуҙа проектта ҡатнашҡан егеттәр суҡмар эшләргә тейеш булып, уны беҙҙең Бөрйән районында йәшәгән Мансур Яныбаев атлы уҙаман эшләргә өйрәтергә тейеш булыуын белгәс, ҡыҙыҡһыныуым тағы ла арта төштө. Тик оҫтаның да, тапшырыуҙы алып барыусыларҙың СУҠМАР тип түгел, ҺУҠМАР тип һөйләүенә иҫ китте! Әлбиттә, өлкәндәр шулай тип торғас, тапшырыуҙа ҡатнашҡан егеттәр ҙә һуҡмарҙан һалдырҙы...
Нимә, уларҙың был һүҙҙе ғүмерҙә лә ишеткәндәре булманымы икән ни быға тиклем?! Әллә суҡмар һүҙе "һуҡ" тигән тамыр ҡылымдан яһалған да, шуға күрә уны шул рәүешле әйтеп, телебеҙгә үҙҙәренә күрә бер яңылыҡ индерергә булдылармы? Бәлки, улар был һүҙ "бар, һуҡ!" тигән ҡылымдарҙан яһалғандыр, тип тә фараз итәләрҙер? Шулай икән, "ҺУҠБАР" тип әйтергә лә булдырмаҫтар, тимә?!
Ҡыҫҡаһы, әйҙәгеҙ, телебеҙҙе һаҡлайыҡ, яҡлайыҡ, үҫтерәйек тиһәк, иң беренсе сиратта, уға ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы ла булайыҡ, ағай-эне, йәмәғәт, яраймы?!
Фотолар һәм видеолар телевизорҙан ғына төшөрөп алынған ине, шуға күрә кәгеҙ-бөгөз генә сыҡты. Бының өсөн ғәфү үтенәм..." - тип яҙған Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы.
Был хаҡта һеҙ ни уйлайһығыҙ? Фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
Сығанаҡ: Ғәҙилә Бүләкова