

14 июндә Белорет ҡалаһының "Металлург" стадионы гөрләп торҙо – райондың “Көмбәҙ-70” башҡорт сәбенә традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса асыҡ чемпионаты үтте. Сараны Белорет районы хакимиәте, Башҡортостандың Атлы-һыбай һәм традицион йәйәнән уҡ атыу федерацияһы ойошторҙо.
Иҙел башында бындай сара беренсе тапҡыр үтһә лә, ул уғатарҙар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты – чемпионатҡа Әбйәлил, Ауырғазы, Баймаҡ, Бөрйән, Көйөргәҙе, Учалы райондарынан һәм Өфө, Сибай ҡалаларынан 60-тан ашыу уҡсы килде. Сарала ҡатнашыусылар араһында шулай уҡ 2024 йылда Ҡаҙағстанда Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында Рәсәй йыйылма командаһы ағзалары – Сибай ҡалаһынан Хөрмәт Таһиров, Баймаҡ районынан Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының көмөш призеры Ғәфүр Рахманғолов, Бөрйән районынан Әлиә Ишморатова һәм Азат Ишкилдин булды.
Ярышты асыу тантанаһында Белорет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Ю.В. Точилкин сығыш яһаны. Шулай уҡ “Йыһан” башҡорт бейеүҙәре коллективы (етәксеһе - Лилиә Камалетдинова), ҡала мәҙәниәт һарайының “Гәлсәр” фольклор ансамбле, “Ағиҙел һылыуҡайҙары” башҡорт бейеү коллективы (етәксеһе - Нәргизә Асҡарова) үҙҙәренең дәртле йыр-бейеүҙәре менән тәбрикләне. Әйткәндәй, был төркөмдәр составында Белорет уҡсылары Гөлнара Зекрина, Айгөл Ғәлиуллина, Любовь Ситдиҡова, Алһыу Кәримова сығыш яһай.
Бәйгелә ир-егеттәр – 70 метр, ҡатын-ҡыҙҙар 60 метр арауыҡҡа атыуҙа уҙышты. Стадион хеҙмәткәрҙәре сәптәрҙе алдан урынлаштырып, әҙерләп ҡуйған. Үлән дә сабылған – был уҡсыларға сәпкә теймәгән уҡтарҙы тиҙ табырға мөмкинлек бирҙе. Ғөмүмән, сараны ҡала стадионында уҙғарыу уның юғары кимәлдә үтеүенә булышлыҡ итте, бик отошло булды.
Уҡсылар, йола буйынса, милли кейемдә сығыш яһаны, был иһә ярышҡа айырыуса сағыулыҡ өҫтәне. Бәйге көн буйы барҙы. Уҡсылар ярыш араһында бушлай туҡландырыу ҙа ойошторолдо.
Ярыш һөҙөмтәһендә ир-егеттәр араһында беренсе урынды Баймаҡ районынан Ғәфүр Рахманғолов яуланы, икенселә – Бөрйән районынан Азат Ишкилдин, өсөнсө урында – Баймаҡ районынан Наил Иҫәнбаев. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе урынға – Учалы районынан Динә Вәлиева, икенсегә – Бөрйән районынан Әлиә Ишморатова, өсөнсө урынға Әбйәлил районынан Гүзәлиә Дәүләтова сыҡты. Еңеүселәр дипломдар, миҙалдар менән бүләкләнде, беренсе урынға лайыҡ булған уҡсыларға кубоктар, шулай уҡ Белорет районының Николаевка ауылында урынлашҡан “Иҙел башы” ял базаһына һәм Илнур Байегетовтан Ирәмәл, Көмәрҙәк, Баҡты, Баштау һырттарына сәйәхәт туры сертификаттары тапшырылды.
Команда ярыштары ла ҡыҙыу барҙы. Унда өс уҡсынан торған коллективтар ҡатнашты. Был бәйгелә ир-егеттәр командалары араһында беренсе урында – “Баймаҡ уҡсылары”, икенселә – Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылынан “Ниғәмәт уҡсылары”, өсөнсө урында - “Сибай уҡсылары” командалары. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында иһә беренсе урын – “Бөрйән ҡыҙҙары” командаһына, икенсе урын – “Әбйәлил уҡсылары”на, өсөнсө урын “Учалы уҡсылары” командаһына бирелде.
Уҡ атыу – халҡыбыҙҙың борондан килгән шөғөлө, ул дошмандан һаҡланыу, һунар итеү ҡоралы булған, бөгөн иһә спорт уйыны булараҡ үҫеш алды. Милли йолаларыбыҙға тоғро ҡалған мәргәндәребеҙгә рух ныҡлығы, сыҙамлыҡ, теүәллек, яңы еңеүҙәр теләйбеҙ.
Башҡорт халҡының бик дөрөҫ, сәпкә тейгән әйтеме бар – “Ятып ҡалғансы, атып ҡал!”. Беҙҙең уҡсылар ошо һүҙҙәргә тоғро.
Айгөл ҒӘЛИУЛЛИНА, ойоштороусы:
– Белорет районының “Көмбәҙ-70” башҡорт сәбенә традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса асыҡ чемпионатын юғары кимәлдә уҙғарҙыҡ, тип уйлайым. Төп судья Раил Әхтәм улы Ғәлиуллин, секретарь Нуриман Рәйес улы Хәйруллин - Тамъян ырыуының мәргән уҡсылары.
Ярышты ойоштороуҙа ярҙам иткән, матди яҡтан булышлыҡ ҡылған дуҫтарға, туғандарға Белорет уҡсылары исеменән ҙур рәхмәт. Башҡорт халҡының милли спорт төрө – милли яндан уҡ атыуҙы үҫтереүгә “Башҡортостан” гәзитенең дә өлөш индереүе – бик ҡыуаныслы күренеш.
Александра КРУТИКОВА-ПОЛУХИНА:
– Турнирҙы ойоштороусыларға – Айгөл менән Раил Ғәлиуллиндарға, Нуриман Хәйруллинға һәм уларҙың барлыҡ ярҙамсыларына, бағыусыларға ҙур рәхмәт. Бик шәп сара булды. Уҡ атыу – мауыҡтырғыс һәм ҡеүәтле спорт төрө. Был хәҡиҡәт йәнә бер иҫбатланды.
Рәмилә МУСИНА фотолары.