Башҡорт донъяһы
3 Июля 2025, 04:00

Фотолары тере тарих...

Төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының үҙенсәлекле, сағыу милли кейемдәрендәге ҡыҙҙарға бөгөн 115 һәм 108 йәш булыр ине...

Фотолары тере  тарих...Фотолары тере  тарих...
Фотолары тере тарих...

 Ниндәй матур башҡорт ҡыҙҙары! 1933 йылда төшөрөлгән фотола Салауат районының Лағыр ауылынан төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының милли кейемдәрендәге ҡыҙҙарҙы күрәһегеҙ. Шаһиева Хаят Хәлимулла ҡыҙы (һулда) 1910 йылғы, Мөхәмәтова Ғәрифә Мөхибулла ҡыҙы ( уңда) 1917 йылғы.

 Яңыраҡ 1933 йылда төшөрөлгән был тарихи фото Лағыр ауылында табылған, тип яҙа “На салаватской земле” гәзите. Төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының үҙенсәлекле, сағыу милли кейемдәрендәге ҡыҙҙарға бөгөн 115 һәм 108 йәш булыр ине. Ярай әле, фотолары һаҡланып, тарихта ҡалған.

Фото: ”На салаватской земле” гәзите.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас