

Билдәле булыуынса, был исемлеккә индереү тураһындағы ҡарарҙы 2025 йылдың 12 июлендә Парижда Бөтә донъя мираҫы комитетының 47-се сессияһында бер тауыштан ҡабул иттеләр.
Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты кураторы Урал Килсенбаев, республиканың Мәҙәни мираҫтың күсемһеҙ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Данир Ғәйнуллин, “Шүлгәнташ мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры Фәүзил Маликов ҡатнашты.
“Музей-ҡурсаулыҡты тәртипкә килтереү, төҙөкләндереү, унда заманса яңы биналар булдырыу буйынса һуңғы йылдарҙа бик күп эш башҡарылды, Шүлгәнташта элегерәк булған кешеләр хәҙер был урынды танымаҫ та, моғайын, – тине Урал Таһир улы. – Бөрйән районы үҙәгенән алып Шүлгәнташҡа хәтлем булған 30 километр ҡырсынташ юлға хәҙер асфальт түшәлгән, музейға саҡлы газ һуҙылған, ниһайәт, сымһыҙ элемтә барлыҡҡа килде. Шүлгәнташтың ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә инеүе беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ та, шул уҡ ваҡытта яуаплылыҡ та йөкмәтә – ҡыҙыҡһыныу артыу сәбәпле туристар ағымының да көсйеүенә әҙер булырға, инфарструктураны артабан яҡшыртырға тейешбеҙ”.
Данир Ғәйнуллин музей-ҡурсаулыҡты камиллаштырыуҙа башҡа илдәр тәжрибәһе лә иҫәпкә алыныуы, уларҙа эштең нисек ойошторолоуын белеү өсөн Испанияға, Францияға һәм башҡа илдәргә барыуҙары, уларҙан эксперттарҙы Шүлгәнташты ҡарарға саҡырыуы, донъя тәжрибәһе белгестәренең ниндәй тәҡдимдәр биреүе, мәмерйәне таҙартыу, һүрәттәрҙе асыҡлау өсөн уларҙың үҙҙәре эшкә тотоноуы тураһында ентекләп һөйләне.
Шүлгәнташ мәмерйәһе һәм уның янындағы музей комплексы тураһындағы тулы мәҡәләне гәзитебеҙҙең алдағы һандарының береһендә уҡый алаһығыҙ.
Автор фотоһы.