Башҡорт донъяһы
29 Июль 2025, 14:15

Ҡырҡтытау баҡыры – илебеҙ ҡалҡаны

(Гөлсирә Ғиззәтуллинаның асыҡ хатына ҡарата фекерҙәр) Яҙыусы, журналист, тәржемәсе, Фазыл Искәндәр исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены, Василий Шукшин иcемендәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалдары кавалеры Гөлсирә Ғиззәтуллинаның асыҡ сығанаҡтарға һәм рәсми мәғлүмәттәргә нигеҙләнеп яҙылған  асыҡ хатының төп маҡсаты  – зыялыларҙы фекер алышырға саҡырыу. Унда коммерция структураларына йәки дәүләт органдарына ҡарата хоҡуҡи ғәйепләү юҡ, тиелә. Ысынлап та, Ҡырҡтытыу тирәһендә барған хәрәкәткә бер аҙ борсолоп, бер аҙ көйөнөп баҡҡан кешеләр өсөн был хат “Бәйләнештә” социаль селтәрендә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, сөнки һәр башҡортостанлыға  үҙенең ере өсөн йән атыу хас. Илһөйәрлек – беҙҙең ҡанда. Шулай булмаһа, егеттәребеҙ бер төптән күтәрелеп ил һағына баҫмаҫ ине лә меңәрләгән ир-арыҫланыбыҙ тыуған илебеҙ өсөн баш һалмаҫ ине.

Ҡырҡтытау баҡыры – илебеҙ ҡалҡаныҠырҡтытау баҡыры – илебеҙ ҡалҡаны
Ҡырҡтытау баҡыры – илебеҙ ҡалҡаны

Хоҡуҡтар боҙоламы?

Шулай итеп, асыҡ хат “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Тимербай улы Бәхтигәрәевкә (Гөлсирә Мирза ҡыҙы икенсе хаттан ни өсөндөр был фамилияны Бәхтейәровҡа әйләндерһә лә, аңлашыла) исемләп яҙылһа ла, ундағы фекерҙәр барлыҡ  ерҙәштәребеҙгә, халҡыбыҙға тәғәйенләнгән. Уҡыусылар күңеленә ут ҡабыҙыуға, ысынбарлыҡҡа үҙе аңлағандан күҙен асыуға, ғилем менән байытыуға йүнәлтелгән был публицистик яҙманы уҡығанда, ысынлап та, тән земберләй. Һүҙ ҡәҙерен белгән, уны оҫта ҡулланған ижадсының күңел иңрәүе был. Шуға ла уның фекеренә ҡарата күп комментарийҙар яҙыла, күпселеге – ижадсыға рәхмәт йөҙөнән. Публицистик яҙмаларҙың һәр пунктына ентекле туҡталмаһаҡ та, ҡайһы берәүҙәренә яуап биреү, асыҡлыҡ керетеү урынлы булыр.

Әлегә геологик разведка яһау эштәрен башҡарыу этабында ғына булған “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡулындағы лицензия Ҡырҡтытауҙы эшкәртеүҙе күҙ уңында тотмай. Компания геология разведкаһы яһаған һәм баҡыр мәғдәне запастарын билдәләп, дәүләт иҫәбенә ҡуйырға ниәтләгән биләмә Ҡырҡтытау һыртынан биш километр алыҫлыҡта урынлашҡан, шуға күрә, тейешле запастар раҫланған хәлдә лә, тау һыртына теймәйәсәктәр.

Ә төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше һәм урындағы халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыу өсөн сәнәғәтте үҫтереү мөһим. Хәҙерге заман технологиялары тәбиғәткә ныҡ йоғонто яһамай эшләргә һәм тергеҙеү проекттары ярҙамында килтерелеүе ихтимал зыянды ҡапларға ярҙам итә.

Яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллинаны ҡулына ҡәләм алырға мәжбүр иткән, уны тетрәндергән сәбәп – Рәсәй Президентына мөрәжәғәт итеп, ауыл халҡы яҙҙырған, социаль селтәрҙәрҙә таралған видео. Эйе, РФ Конституцияһының 42-се статьяһына ярашлы, һәр граждан уңайлы мөхиткә, уның торошо тураһында ышаныслы мәғлүмәткә һәм экологик хоҡуҡ боҙоуҙар арҡаһында килтерелгән зыянды ҡаплатыуға хоҡуҡлы, 58-се статьяһында “Һәр кем тәбиғәтте һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡларға, тәбиғәт байлыҡтарына һаҡсыл ҡарарға бурыслы” тиелә.

Билдәле, урындағы халыҡты эсәр һыуға хәүеф янауы хафаландыра. Әммә “Салауат” ЯСЙ-һы РФ Конституцияһы нигеҙендә эшләй һәм үрҙә килтерелгән статьяларҙы боҙмай. Киреһенсә, РФ Конституцияһының 42-се статьяһында әйтелгән уңайлы мөхит һәм уның торошо тураһындағы ышаныслы мәғлүмәткә хоҡуҡты күҙ уңында тотоп, геологик разведка эшен башларҙан алда компания менән яҡындан таныштырып, урындағы халыҡтың фекерен тыңлап, Әбйәлил районындағы ауылдарҙа йыйылыштар үткәрҙе. Осрашыуҙарҙа  халыҡты борсоған барлыҡ һорауҙарға аныҡ яуаптар бирелде, геология разведкаһының нисек үткәрелеүе һәм баҡыр запасы етерлек булыуы асыҡланған осраҡта предприятие төҙөү өсөн ниндәй этаптар көтөүен асыҡ аңлатты.

Заманса технологиялар предприятиеларҙы тирә-яҡ мөхиткә ныҡ йоғонто яһамаҫлыҡ итеп төҙөүгә булышлыҡ итә. Әлеге көндә барған геология разведкаһы һөҙөмтәләре бында артабан эшләргә мөмкинлек бирһә, бында Томинск тау-байыҡтырыу комбинаты тибындағы предприятие ҡалҡасаҡ, йәғни бында һыу өҙлөкһөҙ ҡулланыласаҡ, был – туҙанды тотҡарлаусы заманса системалар ҡуйыла, эштә яңы техника ҡулланыла, ҡалдыҡтарҙы һаҡлағыс шыйыҡлыҡтарҙы үтә төшөрмәҫлек итеп төҙөлә тигән һүҙ. Һыу, һауа, тупраҡ – барлыҡ күрһәткестәр даими тикшерелеп, күҙәтеү органдарының талаптарына яраҡлы булыуы тәьмин ителәсәк.

Ошоларҙан сығып, эсәр һыуға хәүеф янай (Оло һәм Кесе Ҡыҙыл йылғаларының торошона) тип борсолорға урын ҡалмай, сөнки компания экологик хәүефһеҙлектең мөһимлеген яҡшы аңлай һәм, баштан уҡ халыҡ менән һөйләшеп, фекерен тыңлап, үҙ эшенә яуаплы ҡарай, тип ышанырға нигеҙ бар.

Бынан тыш, Өфө фән һәм технологиялар университетының геология кафедраһы мөдире, Әбйәлил районында "Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Инвестиция проектын тормошҡа ашырыу мониторингы буйынса күҙәтеү советында ҡатнашыусы Владимир Никонов: “Экологик хәүефтәргә килгәндә, Салауат мәғдән майҙанында тәбиғәт үҙе үк уны кәметкән   көкөрт кислотаһы бушлыҡтары барлыҡҡа килгән Учалы, Сибай, Гай һәм башҡа колчедан мәғдәне эшкәртелгән урындарҙағы кеүек бында ағыулы сульфидтарҙың өҙлөкһөҙ массаһы юҡ”,  – ти.

РФ Конституцияһы шулай уҡ граждандарҙың лайыҡлы тормошҡа, эш менән тәьмин ителешкә һәм иҡтисади мөмкинлектәргә хоҡуғын да яҡлай. Төбәктең ихтыяжына ҡарап, халыҡ дәүләт тарафынан килем һәм социаль именлек менән тәьмин итеүгә ярҙамын алырға хоҡуҡлы, был файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙы ҡаҙыу аша эшләнә ала.

 

“Даешь стране угля!”, йәки илгә баҡыр кәрәк!

“Ә һин, Таһир ҡусты, үҙеңдең реклама кампанияһын бик урынһыҙ һәм ваҡытһыҙ башланың. Бына 1219 көн һәм төн Рәсәйҙә йәшәгән күпселек халыҡтың (русса әйткәндә – глубинный народ) бөтөн ғәме, хәстәре, доғалары – МХО барған ерҙә”, – ти Гөлсирә Мирза ҡыҙы.

Әбйәлил районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы, “Салауат” ЯСЙ-һы проекты буйынса күҙәтеү советы рәйесе Айрат Зиннәт улы Әминевтең әйтеүенсә, “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшмәкәрлеге тулыһынса уға бирелгән федераль лицензия талаптарына ярашлы атҡарыла. Унда компания ҡасанға тиклем геологик разведка яһарға тейешлеге, быны үтәмәгән осраҡта күпме штраф түләйәсәге асыҡ күрһәтелгән. МХО барғанда халыҡты борсомайым тигән яҡты ниәт менән эшмәкәрлекте кисектереп ҡалыу яуаплылыҡтан бушатмай. Киреһенсә, Еңеү өсөн беҙгә баҡыр кәрәк!

“Ғилем” олимпиадаһы, Буранғолдағы мәктәп-интернатҡа, медпунктҡа ремонт, “Ирәндек” лагерында спорт майҙансығы төҙөү  – киреһенсә, шундай ҡатмарлы осорҙа балалар өсөн уңайлыҡтар һәм мөмкинлектәр булдырыуҙы хәстәрләгән компания үҙенең социаль яуаплылыҡ тойоп эшләүен ысын эштәре менән дәлилләй.

Йәнә лә Гөлсирә Мирза ҡыҙының хатына күҙ һалайыҡ: “Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары министрлығы етәксеһе Александр Козлов беҙҙең барыбыҙға ҡарағанда ла мәғлүмәтлерәк, әлбиттә. Уға ышанайыҡ. Ә ул былай тип иҫәпләй: "Рәсәйҙең иң эре биш баҡыр ятҡылығының: Байкал аръяғындағы Удокан, Красноярск крайындағы Октябрьск һәм Тальнах, Хабаровск крайындағы Мальмыж, Чукоткалағы Песчанканың запасы 62,2 миллион тонна тәшкил итә. Хәҙерге етештереү кимәленән сығып иҫәпләгәндә Рәсәйҙең баҡыр запасы 90 (!) йылдан ашыуға етерлек”. Салауат ятҡылығына тейеүгә ихтыяж юҡ”.  Был фекергә лә белгестәрҙең ҡарашы икенсе. Рәсәйҙең баҡыр запасы бөгөн етерлек булып иҫәпләнһә лә, техник прогресс был металды йылдан-йыл күберәк талап итә. 2035 йылда уҡ кешелек 10 млн. тонналыҡ материалға дефицит тойоуы ихтимал, ти улар. Баҡыр көндән-көн күберәк кәрәк. Электромобилдәр, яһалма интеллект, 3D-принтер, ҡояш һәм ел электр станциялары, хәрби техника һ.б. – барыһына ла баҡыр талап ителә. Рәсәй, бөгөнгө геосәйәси хәлдәрҙе иҫәпкә алып, етеҙ рәүештә баҡыр етештереүҙең иң алдынғы технологиялары буйынса эшләүҙе, икенсел эшкәртеүҙе һәм яңы ятҡылыҡтарҙы үҙләштереүҙе яйға һалырға бурыслы.

 

Көньяҡ Урал ҡаҙылма байлыҡтары

Әгәр Гөлсирә Ғиззәтуллина: “Һүҙ был тирәләрҙе тулыһынса сәнәғәт йәһәтенән үҙгәртеп ҡороу тураһында бара. Көньяҡ Урал сеймал провинцияһына әйләнә, унда биләмәләрҙең масштабы, арзан эшсе көсө һәм экологик яҡтан яҡлауһыҙлығы арҡаһында ныҡлап үҙләштереү алып барыла һәм барыласаҡ”, –  ти. Киреһенсә, сәнәғәт предприятиелары төбәктең иҡтисади үҫешенә этәргес була, халыҡтың социаль-иҡтисади хәлен яҡшырта, яңы инвестициялар йәлеп итә. Һөҙөмтәле логистика схемаһын булдырыу иһә производствоны һөҙөмтәле һәм юғары етештереүсәнле итәсәк. Хәйер, был хаҡта һүҙҙе спикерыбыҙға бирәйек.

Динир Әсғәт улы ӘХМӘТЙӘНОВ, күҙәтеү советы ағзаһы:

– Элек ҡаҙылма байлыҡтарҙы сығарыу закон тарафынан көйләнелмәгәйне. Бөгөн был тәңгәлдә күп кенә сетерекле урындар яйға һалынды. Шул уҡ ваҡытта экологик хәүефһеҙлек буйынса, 10 йыл элекке һәм хәҙергеләрҙе сағыштырып ҡарап әйткәндә, күпкә көслөрәк. Закондар менән эшләгән кеше булараҡ, хәүефләнергә урын күрмәйем. Килгән сигналдарға күҙәтеү органдары ваҡытында ҡолаҡ һалып, эш алып барылыуы кәрәк. Ә сигналдар булырға тейеш, әлбиттә.  Күҙәтеү комиссияһы эшмәкәрлеген шунда күрәм дә. Һәр кем үҙенең күҙаллауынан сығып фекер йөрөтә алмай, уны белгестәр баһаларға тейеш. Көньяҡ Урал сеймал провинцияһына әйләнә тигән фекер менән килешмәйем. Ул – борон-борондан сеймал сығанағы. Кешелек үҙенең үҫешкән дәүерендә унда булған сеймалды һәр ваҡыт эшкәртеп килгән.  Әбйәлил районын алып ҡарағанда ла, һуғыш осоронда, Украиналағы марганец ятҡылыҡтары оккупацияға эләккәндән һуң, юғары сифатлы броня етештереү өсөн марганец рудаһы тап беҙҙең Әбйәлил ерлегендә сығарыла. Алтын, көмөш һәм башҡа рудалар сығарыу хаҡында һөйләп тораһы ла юҡ. Ул – ата-бабаларыбыҙҙың элек-электән килгән шөғөлө.

Бер осорҙа ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү мәсьәләһе үҙәккә ҡуйылды. Сәнәғәт иҡтисади яҡтан уңышлы тип табылмағандыр ул ваҡытта. Ырымбур өлкәһенә ҡағылмай, Хәйбулланы алайыҡ. Баймаҡты. Учалыны. Бында төҫлө металдарҙы табыу, уларҙы байытыу үҙәктәре бар һәм эшләп килә. Ситтә теркәлгән предприятиеларҙың табыштары урындағы бюджетҡа инмәүе билдәле. Республика етәкселеге был йәһәттән ҡаты талап ҡуйҙы. Хәйбулла районының бюджетҡа индергән үҙ табышы ғына миллиард һумдан ашыу хәҙер. «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ошо талап ҡуйылды. Икенсе тапҡыр комиссия менән сыҡҡанда директоры Таһир Бәхтигәрәевкә ошо хаҡта һорау бирҙем. Процесс бара: август аҙаҡтарына – сентябрь баштарына теркәлеү урыны Әбйәлилгә күсерелә, тине. Эш урындары булдырыу – ыңғай күренеш. Күпме халыҡ бөгөн “Мәғнит”кә йөрөп эшләй? Уларҙы арзан эш көсө тип иҫәпләмәҫ инем. Ул сағында сәнәғәт предприятиелары мигранттарҙы яллар ине. Бер ваҡыт ундай осор ҙа булды  – квалификацияларының түбәнлеге асыҡланды. Унан уларҙың физик шәхестәрҙең килеме һалымынан килгән аҡсаһы урындағы халыҡҡа түгел, ә ситкә китеүе бар. Һигеҙ мең кешенең һалымын ун ике айға тип һал да, шуны 8 меңгә  ҡабатлап ҡара.  Проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн һалымдан килгән аҡса мөһим.

Бөгөнгө көндә ил буйынса газ индереү программаһы эшләй. Ҡайһы бер ауылдарҙың проект эшләтеү өсөн дә аҡсаһы юҡлығы асыҡланды. Яңы технологиялар килеүе – һөйөнөслө күренеш. Бер борсолоуым бар – беҙ тотош бер быуынды эшкә өйрәтмәй үҫтерҙек. Уҡыусы эшләргә тейеш түгел, тип мәктәптәрҙә хеҙмәт дәрестәрен алып ташланыҡ. Бындай предприятиеларҙың килеүенән файҙаланып, урындағы һәм республика кимәлендә лә йәштәргә профессиональ йүнәлеш биреү мөһим. Алдынғы технологиялар менән эшләгән сәнәғәт  предприятеларының булыуы илдең иҡтисадын алға этәрә. Был социаль проблемаларҙың хәл ителеүенә булышлыҡ итә. Ауыл хужалығы продукцияһы менән генә үҙебеҙҙең төбәкте алға ебәрә алмайбыҙ. Бюджетта запас фонд булһа, иң кәрәк урындарға ебәреү өсөн мөмкинлеге булһа, күп кенә мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл итеүе еңел. Был предприятиеның миңә оҡшаған бер яғы бар – улар презентация үткәрҙеләр, халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барҙылар. Шул йәһәттән “Башнефть”тең республикала социаль өлкәлә алып барған эшен алып ҡарайыҡ. Уларға аҡса “Маҡсатлы социаль программалар” фонды аша бүленә һәм бындай изге эштәр үҙҙәре нефть тапҡан райондарҙа алып барыла. Шул уҡ ваҡытта халыҡтың ҡайһы бер ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн ниндәйҙер өлөшөн республика ла тотона. Был тәңгәлдә лә яңы предприятиеның сафҡа инеүе – урындағы хәлде яҡшыртыу өсөн этәргес көс.

Барыһы ла ал да гөл булыр, тип әйтеп булмай, сөнки сәнәғәт ниндәйҙер хәүеф менән дә бәйле. Шул уҡ ауыл хужалығын ғына алып ҡарайыҡ. Ошо өлкәлә  белгес булараҡ, бөгөнгө көндә фермерҙарҙан тыш, ерҙе ҡуртымға алған предприятелар килеп инеүе, улар ерҙе эшкәрткәндә, ҡыйһыҙ ғына итеп бойҙай үҫтергәндә  ниндәй препараттар файҙаланыуҙарын әйтергә ҡыйынһынам. Улар сертификатлау үткәнме-юҡмы? Кем уны тикшерә? Барыһын да тикшереп өлгөрәләрме-юҡмы? Ә химикаттар бит ирегән һыуҙар менән йылғаларға, инештәргә туранан-тура ағып төшә. Ҡайҙа зыян күберәктер. Шул йәһәттән экология күҙәтеүен көсәйтергә кәрәк. Шул ваҡытта халыҡтың боросолоуы кәмер һәм ышанысы артыр.

Ҡырҡтытау  – ил ҡалҡаны

Басир Мәһәҙиев Салауат ятҡылығын асҡандан һүң киләсәк быуындарға ҡалдырырға кәрәк тигән фекерҙе әйтә. Бына шуға күрә лә ул, хөкүмәттә булған сағында, Башҡортостандың Геология һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе булып эшләгән осорҙа, 1997 йылда Ҡырҡтытау һыртының бер өлөшө айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе тигән статус алған.  

Рөстәм Камил улы КАМАЛОВ,  РФ Хөкүмәте эргәһендәге Финанс университетының “Иҡтисад, менеджмент һәм маркетинг” кафедраһы доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты, 2006 – 2011 йылдарҙа тау-байыҡтырыу предприятиеһының персонал буйынса директоры:

– Рәхмәт Басир Мәһәҙиевкә Салауат ятҡылығын асҡаны өсөн. Әлеге көндә, МХО барғанда, илебеҙ тап ошо баҡырға ихтыяж кисерә. Ул заманда баҡыр күләме түбән булған мәғдәнде рентабелле  эшкәртеү технологиялары, тәбиғәткә зыянһыҙ алымдар булмаған. Бөгөнгө техник прогресс һәм етештереү ихтыяждары икенсе. Алдағы йылдарҙа асылған файҙалы ҡаҙылмалар запасы тап бөгөн кәрәк. Сит илгә һатылған материалдар, тауарҙар исемлегендә баҡыр уникаль урынды биләй. Баҡыр һатыу  башҡа сеймал – нефть йәки газ, урман йәки хатта тимер һатыуҙан күпкә отошло. Ни өсөн? Сөнки баҡыр технологик эшкәртеүҙә башлыса һуңғы продукт кимәлендә һатыла. Был сым, кабель, төрлө баҡыр үткәргестәр һәм башҡалар. Шул уҡ ваҡытта баҡыр хәрби сәнәғәттә киң ҡулланыла. Ул артиллерия һәм мотоуҡсылар ҡоралы өсөн гильзалар, снарядтар, патрондар һәм башҡалар етештереү өсөн төп сеймал булып тора.

Экспортланған материалдар, тауарҙар исемлегендә баҡыр уникаль урын биләй. Уны икенсе алтын тип тә атайҙар, уны һаҡлау өсөн махсус шарттар талап ителмәй, ул коррозияға бирелмәй, йәғни келәткә һалып ҡуйһаң, ул үҙ сәғәте еткәнен көтөп ята бирә. Тауар юғары ликвидлы, йәғни баҙарҙа оҙаҡ ятмай, тотҡарлыҡһыҙ һатыла. Баҡыр хаҡы тотороҡло: йыл һайын ул ағымдағы инфляция күләменә арта, шуға күрә баҡыр бөгөн иҡтисадыбыҙ өсөн бик кәрәк. Мәҫәлән, Чукоткала Байым тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөлә, ул илебеҙҙә баҡыр етештереүҙе 25 процентҡа арттырасаҡ. Тимәк, баҡырға ихтыяж шул тиклем ҙур. Һуғыш бара, беҙ фронтта көн һайын меңәрләгән снаряд, патрондар, пистолет пулялары, пулемет һәм башҡаларҙы ҡулланабыҙ. Ә был бит баҡыр. Ул экспорт продукты, оборона комплексы өсөн сеймал булараҡ кәрәк, һалдаттарыбыҙҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн кәрәк. Был, ахыр сиктә, Еңеүгә һәм тыныслыҡҡа өлгәшеү өсөн кәрәк, шуға күрә кем Салауат тау-байыҡтырыу комбинатына ҡаршы – шул дәүләткә ҡаршы, тип ышаныслы әйтергә мөмкин.

Проектҡа ҡаршы килеүселәр араһында сит ил агенттары булыуы ғәжәп түгел. Экология йәһәтенән проблема бар, әлбиттә. Карьерҙар, шахталар менән бәйле файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу һәр ваҡыт экологияға кире йоғонто яһай, әммә был осраҡта проект уникаль, сөнки ул, башҡаларҙан айырмалы рәүештә, ҡыҫҡа ваҡытлы. Тимәк, был ятҡылыҡ 25 йыл эсендә эшкәртеләсәк. 40-50 йәшлектәр һәм уларҙан йәшерәктәр уның тамамланыуын, шул иҫәптән бөтә тәбиғәтте һаҡлау сараларының тормошҡа ашырылыуын күрер, тигән өмөттәбеҙ. Инвесторҙарға белдергән төп талап – ул экология буйынса, атап әйткәндә, эш тамамланғандан һуң рекультивациялау. Үҙем Бүребай ҡасабаһында үҫтем һәм ғүмер буйы тау тармағында эшләнем. Унда булһағыҙ, Ай пейзажы хәтерегеҙҙәлер. Сибайҙа, Учалыла ла хәлдәр был юҫыҡта яҡшы түгел. Силәбе өлкәһен алығыҙ. Ошо күренештәр халыҡты ҡурҡыта. 150 йыл дауамында, 1913 йылға тиклем, Мәләүез районында Воскресенка баҡыр иретеү заводы эшләгән. Үткән быуаттың 50-се йылдарына тиклем уның урынында төрлө машиналар эшләү сәнәғәте урынлаша. Башҡа шундай урындарҙағы кеүек үк, был ауылда ла экологик һәләкәт була. Күптән түгел ҡыҙыҡ өсөн шунда юл һуҡтырып инеп сыҡтым. Тәбиғәт үҙ-үҙен тергеҙә торған ғәжәп көскә эйә. Бер быуат элек бында сәнәғәт гөрләгән, тип әйтмәҫһең дә. Был ерҙәр йәшеллек, сәскәгә күмелгән, тап-таҙа йылға ағып ята. Салауат тау-байыҡтырыу комбинаты эшен тамамлағандан һуң да шулай булырға тейеш. Тәбиғәт кеше менән берлектә киләсәк быуындар өсөн барыһын да тәүге хәленә ҡайтарасаҡ.

Беренсенән, заманса тәбиғәткә зыян итмәүсе технологиялар ҡулланыласаҡ. Икенсенән, таҙартыу ҡоролмалары ҡуйыласаҡ. Өсөнсөнән, тау эштәре тамамланғандан һуң рекультивация саралары үткәреләсәк. Баҡыр сығарыу технологияһы шул уҡ Бүребай, Сибай һәм Учалыныҡынан ҡырҡа айырыласаҡ һәм тирә-яҡ мөхиткә емергес йоғонтоһо әҙерәк буласаҡ. Ни өсөн? Сөнки мәғдән башҡа үҙенсәлекле, икенсе составлы.

Иғтибарығыҙҙы йүнәлтергә теләгән икенсе бер проблема бар. Үкенескә ҡаршы, был хаҡта киң йәмәғәтселеккә аҙ билдәле, әммә был белгестәрҙең телендә. Нисек инвесторҙарҙан рекультивация кеүек тәбиғәтте һаҡлау сараларын үткәреүгә гарантиялар алырға? Уларҙан алыҫ киләсәктә башҡарыласаҡ экологик сараларға аҡса туплау өсөн ниндәйҙер фонд булдырыуҙы талап итеү дөрөҫ түгел, унһыҙ ҙа уларҙың финанс йөкләмәһе ҙур. Тау-байыҡтырыу проекттары һәр ваҡыт оҙайлы һәм бик ҡиммәткә төшөүсән. Быны файҙалы ҡаҙылма сығарыу тамамланғандан һуң тәбиғәтте һаҡлау сараларын тормошҡа ашырыу буйынса гарантияларҙы үҙ өҫтөнә алған страховка компаниялары ярҙамында эшләргә тәҡдим ителә. Ул һәр ваҡыт гарантия бирәсәк. Инвестор менән бер-бер хәл була ҡалһа ла, етештереү туҡтағанда ла.

...Яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллинаның борсолоуҙары, хисле фекерҙәре аңлашыла. Был – Ҡырҡтытау буйҙарында йәшәгән халыҡтың ғына түгел, тотош Башҡортостандың иғтибарын яулаған ҡырҡыу мәсьәлә. Киләсәктә һуғыш нефть өсөн дә, алтын өсөн дә түгел, ә һыу өсөн барыр, тигәндәр. Эсәр һыуҙарыбыҙ бысранһа, киләсәк быуындар беҙҙе ғәфү итерме? Һыуһыҙлыҡтан йонсоп, тотош ауылдар ерҙәрен ҡалдырып китергә мәжбүр булмаҫмы? Был әлеге көндә ошоға яуаплылар намыҫында, һәм улар был борсолоуҙарҙы кире ҡаға. Иҡтисади именлек һәм иртәгәһе көнөңә ышаныс хис-тойғо кеүек үк мөһим. Милли мәҙәниәт ижади әүҙемлек һәм йолаларҙы киләһе быуындарға тапшырып ҡалдырыу өсөн мөхит, уңайлы тормош шарттары булдырған алдынғы илдәрҙә сәскә ата.

Даяна АТАНОВА.

 

 

Ҡырҡтытау баҡыры – илебеҙ ҡалҡаны
Ҡырҡтытау баҡыры – илебеҙ ҡалҡаны
Автор:
Читайте нас