

Хәйбулла районында йыл һайын "Хәйбулла ҡорото" бренд сараһы уҙғарыла. Быйыл милли традицияларҙы һәм кәсептәрҙе тергеҙеүгә, шулай уҡ республикабыҙҙа, Рәсәйҙә гастрономия туризмын үҫтереүгә йүнәлтелгән этнофестиваль 16 августа Аҡъярҙа үтәсәк.
Уның сиктәрендә төрлө тематик майҙансыҡтар эшләйәсәк. "Хәйбулла ҡорото" аралашыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн уникаль майҙансыҡ буласаҡ. Урал аръяғы райондарынан, Ырымбур өлкәһенән, Ҡаҙағстандан ҡатнашыусылар көтөлә. Махсус хәрби операция яугирҙәре өсөн милли продукт әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторола.
"Хәйбулла ҡорото"нан һин дә ситтә ҡалма! Сарала Урал аръяғы райондарынан, Ырымбур өлкәһенән, Ҡаҙағстандан ҡатнашыусылар көтөлә.
Билдәле булыуынса, 2023 йылда Хәйбулла районы һабантуйында 442,6 килограмлыҡ ҡоротто Рәсәйҙең рекордтар китабы эксперты теркәне. Ҡорот - хәйбуллаларҙың төп бренды.
Автор фотоһы.