Башҡорт донъяһы
9 Август 2025, 18:50

Ҡулдарынан нур тама

Интернеттан яңы шөғөл эҙләй башлайым, унда үҙемә оҡшаған әйберҙе эшләп ҡарағы килә. Тәүҙә уны нисек эшләргә икәнлеген уйлап йөрөйөм, аҙаҡ «һә» тигәнсә тамамлап та ҡуям. Ҡул эше менән шөғөлләне үҙе бер сир, бер булыштыңмы, унан арынып булмай, - ти әңгәмәсем. 

Ҡулдарынан нур тамаҠулдарынан нур тама
Ҡулдарынан нур тама

Яңылбикә Яманғолова—Йылайыр районы Ҡашҡар ауылының абруйлы ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан ханым бөгөн «Сәлимәкәй» ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе.

—Ауылдағы бер сара ла ағинәйҙәрһеҙ үтмәй тиһәк тә була. Күмәкләшеп өмәләргә сығабыҙ, мәҙәни сараларҙа ҡатнашабыҙ, концерттарҙан һис тә ҡалмайбыҙ. Мәктәп һәм балалар баҡсалары менән дә тығыҙ бәйләнештә эш алып барабыҙ. Йәш быуынға халҡыбыҙҙың рухи мираҫын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, милли кейемдәрен, шөғөл-кәсептәрен күрһәтеп, улар тураһында һөйләп, кәрәк саҡта сәхнәләштереп тә ебәрәбеҙ, үҙҙәре менән берлектә төрлө йолалар үткәрәбеҙ, «Кәкүк сәйе», «Ҡарға бутҡаһы», балалар һабантуйын ойошторабыҙ,—ти Яңылбикә Мәһәҙей ҡыҙы.

30 йылдан ашыу мәктәпкәсә балалар учреждениеһында эшләгән ханым хаҡлы ялға сыҡҡас, күптән хыял иткән яратҡан шөғөлөнә тотона. Тәүҙә ырғаҡ менән төрлө төҫтәге диван һәм ултырғыс япмалары бәйләй, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн биҙәүестәр, селтәр, ҡашмау эшләй, әле килеп келәм сигә башлаған. Ағинәйҙәр менән бергә үҙҙәре өсөн милли кейемдәр теккән, һарауыстар эшләгән.

Бөгөн эшләйем тигән кешегә бар мөмкинлектәр бар: кәрәк икән интернеттан ниндәйҙер шөғөлдө өйрәнеп тә ала, бер юлы кәрәкле материалдар заказ итә, эшләп бөтөп, интернет-магазинда һатып та ебәрә. Яңылбикә Яманғолова сигеү йә иһә сәйләндәр менән булышыуҙан бер аҙ арып китеп, келәм сигеүенә тононоуы ла юҡҡа түгел.

—Яҫтыҡ тыштарына ошо матур сәскәләрҙе сигеп ҡуйғым килде, шуға күрә был шөғөлдә үҙ итергә булдым. Яңылыҡҡа ынтылыу—элекке һөнәремдән ҡалғандыр, бер эште тамамлайым да нисектер күңел бушап ҡалған кеүек тойола. Шунан бер аҙ күңелгә бер ни ятмай, үҙеңде көсләп ултыртып та булмай. Интернеттан яңы шөғөл эҙләй башлайым, унда үҙемә оҡшаған әйберҙе эшләп ҡарағы килә. Тәүҙә уны нисек эшләргә икәнлеген уйлап йөрөйөм, аҙаҡ «һә» тигәнсә тамамлап та ҡуям. Ҡул эше менән шөғөлләнеү—үҙе бер сир, бер булыштыңмы, унан арынып булмай,—ти әңгәмәсем.
Матурлыҡты яратҡан ханымдың эшләгән әйберҙәре күркәм һәм сағыу. Ҡайһыларын бүләккә бирә, икенселәрен һатып ебәрә, ғөмүмән, тик ултырмай ул. Үҙ ҡулдары менән тыуҙырған гүзәллекте күреп һөйөнә Ҡашҡар оҫтабикәһе.

Автор фотоһы

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас